Ғәҙеллек хаҡына25.02.2012
Һайлау көнө яҡынлашыу менән уға бәйле көсөргәнешлек тә арта ғына. Февраль урталарында Өфөлә “Иң ғәҙел күҙәтеүсе” тип аталған хәрәкәт булдырылды. Ойошма баш ҡаланың һәр һайлау участкаһына бер кандидатҡа ла, партияға ла яҡын тормаған күҙәтеүселәр ебәрәсәк. Улар йәмәғәт башланғысында эшләргә риза. Барлыҡ протоколдарҙың күсермәләре хәрәкәттең сайтына һалынасаҡ. Уны аҙаҡ һәр кандидат һәм һайлаусы ҡарай алыр, һайлауҙың ғәҙел үтеүен күрер, тип ышана ойоштороусылар.
22 февралгә ҡарата Өфөлә йәшәүсе 63 кеше күҙәтеүсе булырға теләк белдергән. 1 мартҡа тиклем 400 — 500 кеше тупларға йыйыналар.
Хәрәкәт барлыҡҡа килеү менән күҙәтеүселәр төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша башланы. Мәҫәлән, баш ҡала автоһәүәҫкәрҙәре ойошторған “Ғәҙел һайлау өсөн” автоуҙышы ла уларһыҙ үтмәне. Бер машиналағы транспарантта хәрәкәт файҙаһына аҡса күсерергә теләүселәр өсөн “Яндекс-янсыҡ”тың иҫәп һандары яҙылғайны. Был һис көтөлмәгән һөҙөмтә килтерҙе: 21 февралдә иҫәпкә 120 мең һум аҡса күсерелгән. Мәрхәмәт күрһәтеүсе үҙенең кемлеген әйтмәүҙе хуп күргән һәм ҡыҫҡа ғына хәбәр ҡалдырған: “Ике тапҡыр Думаға һайлауҙа ҡатнаштым, икеһендә лә тауыштарҙы һанағанда мине үткәрмәҫкә тырыштылар. Уңыштар һеҙгә!”
Хәрәкәтте булдырыусыларҙың береһе, хоҡуҡ яҡлаусы Эдуард Мурзин бөтөн әүҙемселәр исеменән ошондай ҙур ярҙам күрһәтеүсегә рәхмәт белдерҙе. Аҡса күҙәтеүселәр өсөн инструкциялар баҫып сығарыу, листовкалар нәшер итеү, театрлаштырылған акциялар үткәреү өсөн файҙаланыласаҡ.
Иң ғәҙел күҙәтеүселәр “Ғәҙел һайлау өсөн” хәрәкәтендә лә ҡатнашмаҡсы. 29 февралдә улар “Ғәҙел һайлау кампанияһы” хәрәкәте ағзалары менән бергә Башҡортостан юлдаш каналындағы “Асыҡларға ваҡыт” тапшырыуында сығыш яһарға йыйына.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад