Ил Президентын һәм муниципаль совет депутаттарын һайлауға бер аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Быйыл тауыш биреү Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр веб-камералар күҙәтеүендә үтәсәк.
Өфө сәнғәт училищеһында урынлашҡан 106-сы һайлау участкаһында видеокамераларҙың техник мөмкинлектәре менән таныштырыу булды.
— Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән видеокүҙәтеү сараларын файҙаланыу һәм ул видеоны Интернет аша тапшырыу тәртибе буйынса инструкция раҫланды, — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. — Унда участка комиссияһының бурыстары аныҡ аңлатыла.
Һәр комплексҡа икешәр веб-камера инәсәк. Береһе тауыш биреүселәр бюллетень алған бүлмәгә, икенсеһе уны төшөрөү өсөн ҡуйылған йәшниктәргә йүнәлтеләсәк. Объективҡа һайлаусының йөҙө һәм кем өсөн тауыш биреүе эләкмәй.
— Башҡортостанда видеокүҙәтеү ҡуйылырға тейешле участкалар 100 процентҡа әҙер, — тине “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Сафиев. — Элемтә каналдары Интернет селтәрендә һайлау барышын туранан-тура күрһәтеүҙе тәьмин итәсәк. Беҙ был эштәрҙе Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып тамамланыҡ. Ауырлыҡтарға ҡарамай, эш ваҡытында башҡарылды.
Видеокамераны һынап ҡарауҙа һайлаусы ролен 106-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе Надежда Старцева үҙе үтәне. Ул веб-камераның нисек эшләүен күрһәтте. Сараға йыйылыусылар монитор аша ханымдың һайлау бюллетенен алғанын, аҙаҡ, кабинанан сыҡҡас, уны йәшниккә төшөргәнен күҙәтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау барышы видеоһын Интернеттағы махсус сайт аша күҙәтергә мөмкин. Трансляция ваҡыты — тауыш биреү көнөндә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем, аҙаҡ киске сәғәт 11-ҙән тауыш биреү биналарында барлыҡ эштәр тамамланғансы.
Мәүлиҙә ЯҠУПОВА.