Беҙҙе ишеттеләр... Рәсәйҙең барлығына һәм уның мөмкинлектәренә инандылар. Ауыр булды... Ихтыяждан былайыраҡ абруйҙы яңынан яулау еңел бирелмәй шул. Айыҡ аҡыл, принципиаллек, урыны менән хатта дыуамаллыҡ... Ә бит Рәсәй Президенты Владимир Путин БМО трибунаһынан: “Донъялағы хәлдәргә түҙеп торор әмәл ҡалманы. Ысынбарлыҡта беҙ амбицияларға түгел, ә дөйөм ҡиммәттәргә һәм мәнфәғәттәргә таянып етәкселек итергә, алдыбыҙҙа торған проблемаларҙы хәл итеү өсөн халыҡ-ара хәҡиҡәт хаҡына көсөбөҙҙө тупларға — террорға ҡаршы ысын мәғәнәһендә киң халыҡ-ара коалиция булдырырға – тәҡдим итәбеҙ”, — тигәс тә, Көнбайыш һиҫкәнеп ҡуйғайны. Юҡҡа булмаған — Рәсәй Сүриә армияһына “Ислам дәүләте” террорсыларына ҡаршы көрәштә булышлыҡ итә башланы. Илебеҙ етәкселәренең Сүриәне бомбаға тотоу хаҡындағы ҡарарын күптәр аңлап ҡабул итте. Барҙың, ҡыйраттың, ҡайттың түгел был. Беҙ донъяны иртәгәбеҙ өсөн ҡотҡарабыҙ. Тәү сиратта үҙебеҙҙең яҡты, тыныс киләсәгебеҙ өсөн. Сөнки барлыҡ донъяны ялмап алыу маҡсаты менән янған “Ислам дәүләте” экстремистик ойошмаһы бөгөн Сүриәлә ҡан ҡоя икән, күпмелер ваҡыттан уның Рәсәй биләмәләренә лә үтеп инмәйәсәген берәү ҙә гарантиялай алмай. Был һуғыш та бит нефтте ҡулға төшөрөүҙе, хәрби-сәйәси, хатта иҡтисади мәнфәғәттәрҙе тәү- маҡсат итеп ҡуймай. Уны ойоштороусыларҙың төп ниәте — Европаны юҡҡа сығарыу. Күпме емереклектәр, ҡорбандар, тотош материкты баҫып алып барған ҡасаҡтар ағымы... Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: быйыл Европаға туғыҙ миллиондан ашыу мигранттың килеүе көтөлә. Ә бит уларға йәшәү урыны хәстәрләргә, эш табып бирергә, пособие түләргә кәрәк. Өҫтәүенә араларында кемдәрҙең генә булмауы мөмкин... Миллиондар иҫәбендә террорсы ла, енәйәтсе лә юҡ тип берәйһе яуаплылыҡ алғанмы? Береһе-бер анализ бирмәй, медицина тикшереүе үтмәй... Ирекһеҙҙән, ҡасаҡтар ағымы боронғо грек мифологияһындағы “Троя аты”на оҡшап ҡуя. Хәйер, айырма бар: ҡиммәтле “бүләк” Спарта батшалығына еңеү килтергән, беҙҙең осраҡта иһә “Троя аты” уларҙың вариҫтары төҙөгән дәүләттәрҙе — тотош Европаны — эстән өҙгөләй...
Күптәр Путиндың әлеге ҡарары күптән кәрәк ине тип һанай. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар кеүек... Кем белә, бәлки, ике-өс йыл элек тотонғанда мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошто ла, емереклектәрҙе лә, ҡорбандарҙы ла, ҡасаҡтар ағымын да булдырмауға өлгәшелер ине. Әммә ул саҡта Рәсәйҙең мөмкинлектәренә, беҙҙең уй-ниәттәргә һәм һүҙебеҙгә ышанырҙар инеме икән?
Илебеҙ халыҡ-ара террорға ҡаршы бер бөгөн генә көрәш алып бармай. Был — элек-электән килгән етди, төплө сәйәси ҡанун. Әммә шуны аңларға ваҡыт: бөгөн террорға ҡаршы көрәш енәйәтсел төркөмдәрҙе ваҡытында юҡ итеү һәм уларҙың артабанғы эшмәкәрлегенә аяҡ салыу йөкләмәһенән киңерәк ҡоласҡа сыға бара. Тамырҙары күпкә тәрәнерәк һәм хәүефлерәк... Рәсәйҙең мосолман төбәктәрен оло ихтилалдарға әҙерләү, христиан халҡын геноцидҡа ылыҡтырыу — бына ҡайҙа ята бит бәләнең башы. Динде, мәҙәниәтте сәйәсәт менән бутарға ярамай шул. Насар демократия урынына яҡшы ҡан ҡойош килеп сығыуы ихтимал. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел...
Бөгөн ҡайһы берәүҙәр Сүриәләге һуғышты Рәсәй менән АҠШ, Путин менән Обама араһындағы низағ менән аңлатырға тырыша. Һәр кемдең — үҙ урыны. Беҙ иһә кешелектең, Ер шарының киләсәге өсөн көрәшәбеҙ.