Тотороҡло илгә социаль Президент кәрәк25.02.2012
Тотороҡло илгә социаль Президент кәрәкЫсын ир-егеттең тотҡан урыны йәмәғәтселек аңында быуаттар буйы үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул — яугир, яҡлаусы-ҡурсалаусы һәм хәстәрләүсе. Сәйәсәттә лә ошондай уҡ стереотиптар йәшәй: беҙ ил етәкселәренең киң ҡоласлы мәсьәләләр күтәреүгә, стратегик бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтөнлөк биреүенә күнеккәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бөгөн Рәсәйҙә социаль өлкәгә йөҙ менән боролоу тап ҡыйыу сәйәсмәндәрҙең өлөшөнә төшә. Улар дәүләт менән граждандар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлылығын һәм милләттең социаль сәләмәтлегенең әһәмиәтен тәрән аңлап эш итә. Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путинды Башҡортостанда ижтимағи яҡлауҙың Халыҡ штабы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова менән ошо хаҡта һөйләштек.
— Социаль сәйәсәткә мөрәжәғәт итеү ҙур ҡыйыулыҡ талап итә. Сөнки Рәсәйҙә социаль өлкә һәр саҡ “миналы ялан” тип иҫәпләнде, йәлләмәй вәғәҙәләр бирелде, әммә аҙаҡ кеше йыш ҡына үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалды.
— Минеңсә, Владимир Путиндың программа-мәҡәләләренең береһе тап социаль өлкәнең төп йүнәлештәренә арналыуы осраҡлы түгел. Аҡыллы кеше иң мөһим нәмәләр хаҡында һүҙенең ахырында әйтә — ошо рәүешле улар еңелерәк хәтерҙә ҡала, вәғәҙәләрҙе лә йышыраҡ иҫкә алырға тура килә. Күптән түгел генә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында социаль өлкә вәкилдәре, ниһайәт, ил етәкселәренән социаль өлкәләге хәлгә һәм уның артабан ҡайҙа барасағына аныҡ һәм объектив баһа яңғыраны, тип билдәләне. Асылда нәҡ ошо тармаҡ йәмғиәт тормошондағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Улар эшкә лә, торлаҡҡа ла, эш хаҡы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, мәҙәниәт һәм социаль тәьминәткә лә ҡағыла.
Бөгөн социаль сәйәсәт ҡыйынлыҡтар кисергән кешеләргә социаль тәьминәт бүлегендә өсәр һум аҡса түләүҙән генә ғибәрәт, тип уйларға ярамай. Был бик тар ҡараш. Асылда иһә социаль өлкә — Владимир Путин ябай, шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәле итеп әйткәнсә, беҙҙең тормошобоҙ. Шуға күрә дәүләт төҙөүсеһенән социаль сәйәсәткә уның ошо рәүешле күсеүе, минеңсә, тәбиғи: өйҙө һалдыҡ, хәҙер уны йыһазландырырға, уңайлыҡтар тыуҙырырға кәрәк.
— Һеҙгә лә әле алдыбыҙҙа террорсыларға һәм федератив тарҡаулыҡҡа, төбәкселек менән олигархтарға ҡаршы көрәшкән Владимир Путин түгел, ә бөтөнләй икенсе кеше, граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлаған сәйәсмән торғандай тойоламы?
— Уның аныҡ кеше, Рәсәй граждандары яҙмышын өҫтөн ҡуйыуына ҡарап, буласаҡ Президенттың террорсылар артынан ҡыумаясағын, ә Рәсәй халҡы тормошондағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәсәген фаразлай алам. Дәүләт кимәлендә тәүге тапҡыр социаль сәйәсәттең профилактик йүнәлеше тураһындағы фекер яңғыраны. Тап шул яғы менән ул миңә яҡын һәм аңлайышлы, һуңғы ваҡытта беҙ республикала ҡануниәтте лә, башҡарма властың эшен дә тап ошо рәүешле үҙгәртеп ҡорорға тырышабыҙ. “Ауыр хәлгә тарыған ғаилә йәки кеше” тигән билдәләмәне йыш ҡулланыуыбыҙҙы һиҙәһегеҙҙер? Әлегә тиклем дәүләт кешеләргә бәләгә тарығас ҡына ярҙам итергә ашыға ине. Мәҫәлән, шундай ғаиләне алайыҡ: атай эсә, әсәй бер ерҙә лә эшләмәй, балалары мәктәпте ташлаған. Кисекмәҫтән комиссиялар төҙөлә, килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләгә пособие билдәләнә. Әммә эш күптән үткән, ата-әсәне хоҡуҡтарынан мәхрүм итергә, сабыйҙы приютҡа йәки балалар йортона урынлаштырырға ҡала. Шуның менән тема ла ябыла. Әле республикала 19 меңдән ашыу етем бала бар, шуларҙың 80 проценты — социаль етемдәр. Ә Рәсәй буйынса ундайҙар күпме? Йыл һайын нисәмә ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителә? Ғаиләләге баш-баштаҡлыҡтан йәки йәмғиәттең иғтибарһыҙлығынан күпме ғаилә яфа сигә? Владимир Путин әйтеүенсә, социаль сәйәсәткә йөҙ менән боролмай тороп, кешеләребеҙ әҙәм булыуҙан туҡтай, һуңғы өмөтөн улар йә элмәккә, йә эмиграцияға алмаштырырға әҙер.
— Сәйәсәттә социаль йүнәлеште көсәйтеү, Владимир Путиндың фекеренсә, нимәне аңлата? Айырым кешеләрҙең, әйтәйек, бәләкәй ауылдың йәки заводы туҡтап ҡалған, эшһеҙлек кимәле юғары булған ҡаласыҡтың тормошонда был нисек сағыласаҡ?
— Минеңсә, беҙ социаль ярҙам системаһын ойошторорға, шул иҫәптән проблеманы алдан уҡ күҙаллап, социаль ярҙам күрһәтеү сараларын тормошҡа ашырырға тейешбеҙ. Ярҙам ҡулын ваҡытында һуҙыу бик мөһим. Шул уҡ ваҡытта ул күҙ буяу, отчетта телгә алыу өсөн генә булмаҫҡа тейеш. Мәшғүллек үҙәгенең әүҙемләшеүе, уның вакансиялар тәҡдим итеүе, психологтарҙың кәңәш биреүе, медиктарҙың ярҙам күрһәтеүе, мәктәптең йәки училищеның ситтә ҡалмауы ҙур әһәмиәткә эйә. Әсә ҡаты сирләп, стационарҙа дауаланған осорҙа приют та, баланы үҙенә һыйындырып, ярҙам итһен. Бала социаль педагог менән әсәнең хәлен белергә барһын, атайҙың эскелектән арынып, эш табыуын күҙәтһен. Мин саманан тыш ябайлаштырамдыр, бәлки, әммә иҫкәртеү саралары, тотош алғанда, ошондай булырға тейеш. Владимир Путиндың билдәләүенсә, уҡытыусы, методист, санитарҙың эш хаҡына йәки пенсияһына өҫтәмә түләү өсөн миллиард һумдар бүлергә, шул уҡ ваҡытта бер нәмәгә лә өлгәшмәҫкә мөмкин. Һөҙөмтәһеҙ эшләгән, йәмғиәткә кәрәге булмаған социаль учреждениеларҙы тиҫтәләрсә йыл дауамында һаҡлап ҡалабыҙ икән, бер ниндәй нефть тә, Тотороҡлолоҡ фонды ла етмәйәсәк. Бөгөнгө Хөкүмәт Рәйесе, туплаған тәжрибәһенән сығып, һөҙөмтәле социаль сәйәсәткә күсергә тәҡдим итә. Йәғни социаль өлкәгә һалынған һәр һум, аныҡ кешенең йәшәү сифатын яҡшыртып, эшләргә һәм файҙа килтерергә тейеш.
— Шулай ҙа бөгөн социаль сәйәсәттәге ҡараштарҙы үҙгәртергә йөрьәт итеү өсөн ҡыйыулыҡ та кәрәктер, сөнки артыңда социаль өлкәләге хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт булмаған меңдәрсә граждан тора бит.
— Шуны әйтергә кәрәк: әлегә беҙҙә ведомство-ара эш итеү алымы юҡ. Дөрөҫөрәге, бик оҙаҡ булманы. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса тырышлыҡ та тарҡау ине. Мәҫәлән, бер ауылда булған хәл. Йәш ғаиләнең сабыйы бар. Уны даими күҙәткән фельдшер үҙенең кенәгәһенә бала өсөн айырым карауат ҡуйылмауын теркәй. Был яҙмаға берәү ҙә иғтибар итмәҫ ине, моғайын, ләкин әсә менән бергә йоҡлаған сабый тонсоғоп үлә. Бергәләп кескәй карауат һатып алыу мөмкинлеге булмағанмы ни, һис юғында бағыусылар ярҙамы, йәмәғәт ойошмалары, изге күңелле, битараф ҡалмаған кешеләр бар бит. Владимир Путин әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым: барыһы ла файҙалы эш менән шөғөлләнгән кеүек: берәү — ең, икенсеһе — балаҡ, өсөнсөһө ҡайтармалар өсөн яуап бирә, әммә кейемде кем тегер һәм ул ниндәй булыр? Күптән түгел генә республикала ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ведомство-ара совет ойошторҙоҡ, әммә иң мөһиме — бындай советтар муниципалитеттарҙа ла барлыҡҡа килде. Бергәләп йыйылдыҡ та кемгәлер аҡса бирҙек, кемделер эшкә урынлаштырҙыҡ, психологик консультация ойошторҙоҡ.
Владимир Путиндың тәҡдимдәрендә үҙенсәлекле мәлдәр бар. Уларҙы башҡаларҙа осратҡаным юҡ ине. Владимир Путин социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында социаль өлкә тармаҡтарында — һаулыҡ һаҡлауҙа, социаль яҡлауҙа, мәғариф, мәҙәниәт һәм фәндә — ярайһы уҡ ҙур күрһәткестәргә өлгәшкән профессионалдарға ярҙам итеү тәҡдимен индерә. Уларҙың эшендәге һөҙөмтәлелекте баһалау буйынса критерийҙар булырға тейеш. Путиндың социаль сәйәсмән булараҡ яңы сифаты тап ошонда сағыла. Уның фекеренсә, беҙ профессионализмға баҫым яһарға, мәҙәниәт эшмәкәрлеге, табиптар, уҡытыусылар элитаһын яҡларға һәм һаҡларға тейешбеҙ. Владимир Путин тәүге тапҡыр тырышып эшләүгә һәм яҡшы һөҙөмтә алыуға этәргән дәртләндереү системаһының яйға һалынмауын таныны. Кешене маҡтайҙарҙыр, бәлки, ләкин ул башҡа төрлө баһаны ла көтә.
— Бөгөн илдә бик күп социаль проблемалар хәл ителмәйенсә ҡала, әхлаҡи фәҡирлек, эскелек, наркомания, эшһеҙлек дауам итә. Владимир Путиндың билдәләүенсә, Рәсәйҙәге һәр һигеҙенсе кеше фәҡирлек сигендә йәшәй. Әлбиттә, бындай юҫыҡта инвалидтар хаҡында онотабыҙ, әммә Премьер-министр тап уларҙың проблемаларына ентекле туҡталды. Бының сәбәбе нимәлә?
— 2000 йылдар башында, ил етәксеһе булғас, Владимир Путин мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларын йәмғиәт өсөн көнүҙәк мәсьәләләр тип билдәләне. Хәл әкренләп булһа ла үҙгәрә башланы. Шул уҡ ваҡытта инвалид бала үҫтергән һәм тәрбиәләгән ата-әсәләр хаҡында ла оноторға ярамай. Хәтерегеҙҙәлер: совет осоронда улар тураһында бөтөнләй телгә алмаҫҡа тырышалар ине. Фильмдар ҙа, махсус программалар ҙа булманы, йәмәғәт аңында был мәсьәләгә урын бирелмәне. Инвалидтар, уларҙың яҡындары үҙ ҡыйынлыҡтары менән яңғыҙ ҡалды. Тап Путин Президент булғас, улар дәүләт башлығы менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша, инвалидтарҙы яҡлаған закон проекттары донъя күрә, айырым маҡсатлы программалар ҡабул ителә башланы, “Асыҡ мөхит”те хәтергә төшөрөү ҙә етә. Беҙгә артабан да йәмғиәттең инвалидтарға мөнәсәбәтен үҙгәртергә кәрәк: эш менән тәьмин итеү, социалләштереү өсөн шарттар булдырыу зарур. Улар ҙа бит йәмғиәт ағзалары, тик физик мөмкинлектәре генә сикләнгән.
Йәмғиәткә аҡса һалыу ғына аҙ, уға тәрбиә биреү ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ был турала тартынмайынса асыҡтан-асыҡ әйтергә тейешбеҙ. Тап шуға күрә әле Рәсәй дәүләтенең ҡарашын аныҡ кешегә йүнәлтергә, тормошон яйға һалыу, социаль ресурстарҙы уның мәнфәғәтендә файҙаланыу хаҡында уйланырға тейешбеҙ. Аныҡ кешенең мәсьәләләре хәл ителә икән, ул йәмғиәт файҙаһына эшләйәсәк, киләсәге өсөн тыныс буласаҡ, иле менән ғорурланасаҡ, уны һөйәсәк. Владимир Путин көтмәгәндә ошо юҫыҡта аныҡ кеше мәнфәғәттәрен яҡлаған социаль сәйәсмән булараҡ асыла. Ул властың ишетергә һәм тыңларға тейешлеген ныҡлы аңлай. Аныҡ кешене ишетмәйбеҙ икән, дәүләт мәсьәләләре лә уңышлы хәл ителмәйәсәк.
Денис БОРОДИН әңгәмәләште.


Вернуться назад