Иғтибар үҙәгендә – Сүриә22.09.2015
Грецияла “Сириза” партияһының сираттағы мәртәбә еңеү яулауы, АҠШ менән Рәсәйҙең Сүриәләге низағты бергәләп хәл итергә ынтылыуы, Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяхуҙың ҡапыл Мәскәүгә килеүе һәм башҡа ваҡиғалар уҙған арауыҡта иғтибар үҙәгендә булды.


Алексис Ципрас йәнә власҡа килә

Үткән йәкшәмбе Грецияла сираттан тыш парламент һайлауҙары булды. Унда Алексис Ципрастың “Сириза” партияһы, халыҡтың 35 проценттан ашыу тауышын йыйып, йәнә еңеү яуланы. Ә төп дәғүәсе булып иҫәпләнгән Вангелис Меймаракистың “Яңы демократия” фирҡәһенә һайлаусыларҙың 28 проценты ышаныс белдергән. Был етәксе элек илдең оборона министры вазифаһын башҡарғайны.
Греция закондары буйынса, иң күп тауыш йыйған партия 300 урынлыҡ парламентта өҫтәмә рәүештә 50 урын менән тәьмин ителә. Йәғни Алексис Ципрастың командаһы 35 процент, өҫтәүенә 50 мандат ала тигән һүҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, парламент бер генә партиялы булмаясаҡ. Был яңы хөкүмәтте төҙөгәндә ҡыйынлыҡтарға дусар итәсәк. “Сириза” партияһы етәкселеге уны бер нисә көн эсендә формалаштырырға вәғәҙә итә. Ә Алексис Ципрастың йәнә премьер-министр булыры көтөлә. Ул хөкүмәттә ҡыҫҡартыуҙарға юл ҡуймау, ЕС-тан өҫтәмә финанс ярҙам алыу өсөн референдум да уҙғарғайны. Греция халҡы, бәлки, шуның өсөн дә йәнә “Сириза”ны яҡлап тауыш биргәндер тип фаразларға була. Унан килеп, “Яңы демократия” партияһы әллә ни ышандырырлыҡ вәғәҙәләр бирә алманы.
Ә һайлауҙа өсөнсө урынды алған “Алтын таң” ни бары ете процент самаһы ғына тауыш йыйған. Был партия ЕС менән мөнәсәбәттәрҙе яйлауға ҡырҡа ҡаршы булыуы менән айырылып торҙо. Илдең Коммунистар партияһы иһә, 5,5 процент тауыш йыйып, бишенсе урынды алған. Улар ҙа ЕС-тың Грецияны кредитлау программаһына ҡаршы сыҡҡайны.
Тимәк, Греция менән ЕС араһында йәнә көрәш башланасаҡ. Хәл иҡтисадта ла сағылыш тапмай ҡалмаҫ инде. Быны быйыл бер тапҡыр үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ бит (хаҡтар артыуында). Хәҙер килеп, Греция икенсе тапҡыр бер үк һыуға инмәксе. Алексис Ципрастың әлегә тиклем алып барған сәйәсәтен үҙгәртмәйәсәге шуға ишаралай.

Мәскәү менән Вашингтон
килешә алырмы?


18 сентябҙә Рәсәй һәм АҠШ-тың оборона министрҙары Украинала ыҙғыш башланғандан алып тәүге тапҡыр телефондан аралашты. Шулай ҙа Сергей Шойгу менән Эштон Картерҙың һөйләшеүе был мәсьәләгә бәйле түгел. Ике министр Сүриәләге хәлде һәм халыҡ-ара террор мәсьәләһен тикшерҙе. Билдәле булыуынса, илебеҙ Сүриә президенты Бәшәр Әсәд режимын яҡлай. Ә АҠШ уны властан ситләтеү яғында. Шуға ла Вашингтон Сүриә оппозицияһына ярҙам итеп килде. Бәшәр Әсәдкә ҡаршы сыҡҡандар көсәйеп алғас, “Ислам дәүләте” боевиктары менән берлектә Сүриәлә, Ираҡта һәм башҡа илдәрҙә теракттар ойоштора башланы. “Ислам дәүләте” боевиктары бөгөн күп кенә Европа илдәренә лә хәүеф менән янай. Шул сәбәпле АҠШ уртаҡ дошманға ҡаршы берлектә көрәш алып бармаҡсы. Сергей Шойгу менән Эштон Картерҙың аралашыуы ошо мәсьәләгә ҡайтып ҡалды.
АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри ҙа һуңғы мәлдә илебеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү яғында. Ул сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән бер нисә тапҡыр телефондан аралашып алды. Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер белдереүенсә, Сүриә мәсьәләһе буйынса Мәскәүгә АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре лә килеп ҡайтҡан. Уның әйтеүенсә, Вашингтон менән Мәскәүҙең Сүриә мәсьәләһен бергәләшеп тикшереүе халыҡ-ара хәлде яйлауға булышлыҡ итәсәк.
Рәсәй етәксеһе Владимир Путин Сүриә мәсьәләһе буйынса быға тиклем дә үҙ фекерен аныҡ белдерә килде. Ул Бәшәр Әсәд режимын һаҡлап алып ҡалып, Сүриә, Ираҡ армиялары һәм ҡурдтар менән берлектә “Ислам дәүләте” боевиктарына һөжүм итеү планы хаҡында ла әйткәйне. Ул саҡта АҠШ Путиндың был ниәтенә көлөмһөрәп кенә ҡараны. Әле килеп, илебеҙ етәксеһенең планына ҡолаҡ һалдылар булһа кәрәк. Рәсәй Сүриәгә хәрби көс индерерме-юҡмы – мәсьәлә күптәрҙе борсой. Сергей Шойгу белдереүенсә, әле был дәүләттә илебеҙҙән хәрбиҙәр бар. Тик улар низағта ҡатнашмай, ә кәңәшсе бурысын үтәй. Был халыҡ-ара нормаларға тап килә.

Үҙҙәренә кәрәккәс...

Илебеҙҙең Сүриәгә хәрби ярҙам күрһәтеү-күрһәтмәүе АҠШ һәм Европа илдәре етәкселеген генә борсомай. Израиль башлыҡтары ла ундағы хәлдәргә тыныс ҡарай алмай. Шул сәбәпле кисә Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху ашығыс рәүештә рәсми эш сәфәре менән Мәскәүгә килде. Уның Владимир Путин менән осрашыуы барышында Сүриәләге хәл тикшерелде.
Израиль быға тиклем алтын урталыҡты һаҡлап килгәйне. Йәғни Бәшәр Әсәдте яҡламаны, “Ислам дәүләте” боевиктарының эшенә лә ҡыҫылманы. Уларҙы хәҙер “Хезболла” хәрәкәте нығыраҡ борсой булһа кәрәк. Ни өсөн тигәндә, был ойошма Израиль армияһы менән байтаҡ йыл партизан һуғышы алып бара. “Хезболла”ның бер аймағы бөгөн Сүриә яғында “Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы һуғыша. Рәсәй Сүриәгә хәрби ярҙам күрһәтә ҡалһа, илебеҙ ҡоралының “Хезболла”ға барып эләгеүенән шөрләй Биньямин Нетаньяху. Беҙгә килеүе лә шуға бәйле. Эйе, улар Ирандың уран байытыу мәсьәләһе буйынса илебеҙҙең позицияһына ҡаршы сығып килде. Әле, үҙҙәренә кәрәккәс, бер төптән эш итеүҙе үтенәләр.





Вернуться назад