Ил онотмай тоғро улдарын24.02.2012
Ил онотмай тоғро улдарынКүп милләтле Рәсәй халҡы кисә Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләне. Ошо уңайҙан республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә тере сәскәләр һалды. Тантаналы сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Мәңгелек ут — юйылмаҫ хәтер, ил ҡаһармандарына ҡарата ихтирам һәм хөрмәт билдәһе. Нисәмә йыл инде уға төрлө осорҙа һуғышта ҡатнашҡан ветерандар килә, хәрби дуҫтарын һәм яуҙаштарын иҫкә ала.
Тыныс тормош өсөн ҡулына ҡорал алыу һәр ир-ат өсөн мөҡәддәс бурыстарҙан һанала. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла, илебеҙгә фашистар ябырылғанда ла, Афғанстанда ла, Төньяҡ Кавказ ерендәге хәрби бәрелештәрҙә лә һынатмай Башҡортостан улдары. Яу ҡырында ятып ҡалғандарын да, баҡыйлыҡҡа күскәндәрен дә, арабыҙҙа булғандарын да халыҡ онотмай.
Нәҡ ошо көндө ергә күптән көтөп алынған ҡар бөртөктәре яуҙы. Әйтерһең дә, тәбиғәт Ватан һаҡлаусыларына рәхмәтен белдереп, ергә аҡ келәмен түшәне.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад