Республика парламентының 48-се ултырышында 40-ҡа яҡын мәсьәлә ҡаралды, уларҙың егермеләгәне — республиканың закон проекттары.
Ултырыш барышында көн тәртибенә ярашлы ике доклад тыңланды. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин былтыр республикала хоҡуҡ тәртибе торошо буйынса һөйләһә, Салауат Харасов Контроль-иҫәп палатаһының ошо уҡ осорҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Унлап закон проекты закон статусына эйә булды. Улар буйынса республиканың 2012 йылғы бюджетына, муниципаль хеҙмәт тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре” тураһындағы Законға индерелгән үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә “Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре” тигән исем барлыҡҡа килде.
Быларҙан тыш, яңы закон инициативалары ла ҡаралды. Ветеринария, инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү һәм башҡа тармаҡтарға ҡағылды улар. Беренсе уҡыуҙа республикала эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил булдырыу һәм башҡа закон проекттары ҡаралды. Шулай уҡ республика парламенты “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире итеп Эльза Хореваны раҫланы.
Ә. ИЛДУСОВА.