Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисади стратегиялар институтының генераль директоры, иҡтисад фәндәре докторы Александр Агеев менән осрашты. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында республиканың иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан байтаҡ күрһәткестәр буйынса һиҙелерлек үҫте, тип билдәләне “Иҡтисад стратегиялары” журналының баш мөхәррире, Иҡтисади стратегиялар институтының генераль директоры, Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы академигы, иҡтисад фәндәре докторы Александр Агеев осрашыуҙан һуң үткәрелгән брифингта.
— Институт күптән төбәктәрҙең үҫешен, унда алып барылған сәйәси эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген тикшереп, күҙәтеп бара. Алдан уҡ шуны әйтергә кәрәк: беҙҙең иҫәпләп сығарыу системаһы бик ауыр. Был тапалған статистика түгел. Күрһәткестәр ни тиклем юғары, төбәктең киләсәктә үҫеш мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ. Билдәле, был осраҡта Башҡортостандың да һуңғы ваҡытта һиҙелерлек алға киткәнен иғтибарһыҙ ҡалдыра алманыҡ. Айырыуса идара итеү стиле, кадрҙар менән эшләү сәйәсәте, теге йәки был мәсьәләне хәл итеү алымдары ҡыҙыҡһыныу уятты, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Александр Агеев.
Александр Иванович республиканың машиналар эшләү тармағын юғары баһаланы. “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе — Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан”, — тине ул.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.