Тәҡдимдәр ҡабул ителә26.11.2011
Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы муниципаль районының хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаһын тәғәйенләүгә бәйле кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡан көндән һуң ун көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.


Вернуться назад