“Ҡыҙыу элемтә” эшләй26.11.2011
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлаған осорҙа халыҡҡа мәғлүмәттәр еткереү һәм һайлауға контролде ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусылар менән “ҡыҙыу элемтә” үткәрә.
Ул 28 ноябрҙән 3 декабргә тиклем сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем, 4 декабрҙә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем ойоштороласаҡ. Күп каналлы телефон: 8 800 347 54 54.
Һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм комиссия аппаратының хеҙмәткәрҙәре яуап бирәсәк.


Вернуться назад