“Российская газета”ла ил президентлығына кандидат Владимир Путиндың “Көслө булыу: Рәсәй өсөн милли именлек гарантиялары” тигән алтынсы программа мәҡәләһе донъя күрҙе. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев был сығыштың тышҡы сәйәси киңлектә Рәсәйҙең позицияһын нығытыу өсөн көнүҙәк булыуын билдәләне.
— Әлегә тиклем донъя күргән мәҡәләләрендә Владимир Путин, нигеҙҙә, киләһе йылдарҙа илде социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылғайны, — тине республика парламенты етәксеһе. — Ләкин билдәләп үтелгәндәрҙең барыһын тормошҡа ашырыу өсөн тышҡы сәйәси мөхиттә Рәсәйҙең дәүләт суверенитетын нығытыу ҙа талап ителә. Ҡеүәтле һәм заманса армия ярҙамында илде яҡларлыҡ мөмкинлегебеҙ булғанда ғына беҙ халыҡ-ара абруйҙы көсәйтә, граждандар йәмғиәтен үҫтерә, социаль-иҡтисади пландарыбыҙҙы бойомға ашыра аласаҡбыҙ.
Константин Толкачевтың фекеренсә, бөгөнгө аяуһыҙ тормошта теге йәки был дәүләттең башҡаларға юл ҡуйыуын йыш ҡына йомшаҡлыҡ тип аңлайҙар.
— Хатта яҡын күршеләребеҙ һәм “дуҫтарыбыҙ” Курил утрауҙарына, Псков өлкәһенең Пыталово районына ҡағылышлы территориаль проблемаларҙы даими күтәрә, илебеҙҙә ракета һөжүменә ҡаршы хәрби ҡоролмалар урынлаштырыу мәсьәләһен ҡуҙғыта, — тип билдәләне ул. — Шуныһын әйтергә кәрәк: Владимир Путин менән Дмитрий Медведевтың позицияһы һәр ваҡыт ҡәтғи һәм аныҡ булды. Был тәңгәлдә Рәсәй императоры Александр III иҫкә төшә. Ул: “Рәсәйҙең ике генә союздашы бар — армия һәм флот!” — тигән. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең дәрәжәһе халыҡ-ара киңлектә нығынды. Рәсәй донъяның үҫешкән ете дәүләте иҫәбенә инде. Бөгөн беҙҙең ил ҡатнашлығынан тыш донъя кимәлендәге бер генә проблема ла хәл ителмәй.
Мәҡәлә киләһе ун йыллыҡта Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрен үҫтереү һәм оборона-сәнәғәт комплексын яңыртыу буйынса киңәйтелгән программаны үҙ эсенә ала, тип билдәләне Константин Толкачев.
— Мәҡәләлә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең социаль гарантияларына айырым урын бирелеүе үтә мөһим, — тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе. — Атап әйткәндә, 2013 йылда хәрбиҙәрҙең торлаҡ проблемаһы тулыһынса хәл ителәсәк, тиелә. Владимир Путиндың мәҡәләһе, шулай уҡ ундағы идеяларҙы тормошҡа ашырыу, һис шикһеҙ, Рәсәй дәүләтселеген ҡеүәтләндерергә, донъя киңлегендә илебеҙ абруйын күтәрергә ярҙам итәсәк.
Людмила ТЕРНОВАЯ.