Араларҙы ниҙәр яҡынайта?29.07.2015
Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә БРИКС һәм ШОС илдәренең Беренсе йәштәр йыйыны асылды.

Сара дауамында форумда ҡатнаш­ҡандар иғтибарына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән “ШОС – хәтер биләмәһе” республика эҙәрмәндәр отряды фонды берлектәге проект тәҡдим итте. Унда Бөйөк Ватан һуғышында эҙһеҙ юғалғандарҙың исемен мәңгеләштереү тураһында һүҙ бара.
Артабан эш секцияларҙа дауам итте. “Фән һәм инновация” тигәнендә бизнес-инкуба­торҙар төҙөү хаҡында бәхәс ҡуйыр­һа, “Йәштәр – эшҡыуарлыҡта” исем­ле­һен­дә ошо быуын вәкилдәрен эшҡы­уарлыҡҡа ылыҡ­тырыуға, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү кәрәклегенә баҫым яһал­ды, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу юлдары тикшерелде. “Журналис­тика” секцияһында ла ҡыҙ һәм егеттәр күп булды.
Форумда ҡатнашҡандар өсөн Өфөнөң иҫтәлекле урындарына экскурсия ойошторолдо, аҙаҡ бүләк һәм диплом тапшырыу тантанаһы үтте.
Йәштәр йыйыны бөгөн тамамлана.



Үзбәкстан делегацияһы етәксеһе Машраб МАДРӘХИМОВ:
– Өфөнө тәү күреүҙән үк оҡшаттым. Үҙебеҙҙең төбәк менән байтаҡ уртаҡлыҡ таптым. Халыҡтың ихласлығы, таҙалыҡ, аш-һыуҙағы ҡайһы бер үҙенсәлектәр – быға аныҡ дәлил. Ошондай иркен аралашыу майҙандары йыш ойошторолорға тейеш.

Ҡытай делегацияһы етәксеһе Йин ПАЙ:
– Халыҡ-ара сарала ҡатнашыуыма һөйөнөп бөтә алмайым. Беҙгә, йәштәргә, бер-беребеҙгә яҡынайыу, төрлө йүнәлештә тығыҙ аралашыу мөһим. Күп тел белеү менән бергә илдәрҙе гиҙеү ҙур һөҙөмтә бирә. Фекерҙәштәрем күбәйгәненә ифрат шатмын.



Вернуться назад