Кәртәләр кәрәкмәй26.11.2011
Башҡортостан Хөкүмәтендә Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса республика Советының “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау мәсьәләләре” тигән темаға ултырышы булды.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү буйынса саралар тураһында”ғы бик мөһим Указға ҡул ҡуйҙы, — тине Азамат Илембәтов. — Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн артыҡ административ кәртәләрҙе бөтөрөү мәсьәләһен системалы хәл итеү зарурлығы күптән өлгөрөп етте. Был ҡаршылыҡ дәүләт сәйәсәтенә халыҡтың ышанысын кәметә, эшҡыуарҙарҙы “күләгәлә” эшләүгә этәрә.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев кредит алыуға йоғонто яһаған факторҙарға иғтибарҙы йүнәлтте. Был юҫыҡта эшҡыуарҙарҙың үҙ хоҡуҡтарын белмәүе төп етешһеҙлектәрҙең береһе булып тора.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад