Өфөләге Конгресс-холда үткәрелгән “Путиндан башҡа һайларлыҡ кеше бармы?” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостандың дәүләт власы органдары, сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, политологтар, ғалимдар, Рәсәй сәйәсәте мәктәбе тыңлаусылары ҡатнашты. Сарала Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путин программаһының ыңғай яҡтары билдәләнде, проблемалар тураһында ла әйтелде.
Владимир Путинды Башҡортостанда ижтимағи яҡлау буйынса Халыҡ штабы етәксеһе политолог Альберт Мифтахов әйтеүенсә, кандидаттың мәҡәләһен программа белдереүе булараҡ ҡарарға кәрәк.
— Премьер-министр тормоштоң бөтә өлкәләрен яҡтыртырға ниәтләй, — тине Альберт Мифтахов. — Ул милли мәсьәләгә, иҡтисадҡа ҡағылған темаларҙы күтәрҙе, тышҡы сәйәсәт тураһындағы мәҡәлә көтөлә. Социаль сәйәсәткә килгәндә, күптәр бөтә проблемаларҙы хәл итергә һүҙ бирә, әммә популизм, ҡорал кеүек үк, матур күренеш түгел. Ә бына Владимир Путиндың вәғәҙәләре аныҡ уйланылған.
“Түңәрәк өҫтәл”де ойоштороусы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев билдәләүенсә, Владимир Путиндың тезистары менән килешергә лә, бәхәсләшергә лә мөмкин. Әммә дәғүәләр конструктив булырға тейеш.
— Теге йәки был юлды һайлау мөмкинлеге һәр саҡ бар, — тигән фекерҙә Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең социаль проекттар етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. — Ҡайһы Владимир Путинды һайлайһығыҙ: ярты йыл элеккеһенме, әллә бөгөнгөһөнмө, тип һораһалар, мин әлегеһе яҡлы.
Рөстәм Әхмәҙинуров Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә дәғүәләрен дә белдерҙе: коррупция проблемаһы хәл ителмәне, байҙар менән фәҡирҙәр араһында айырма бик ҙур. Әммә илгә Владимир Путин етәкселек иткән йылдарҙа Рәсәй емерелеү хәүефен еңеп сыҡты, Кавказды тотоп ҡалды, олигархтар властан ебәрелде, пенсионерҙарҙың хәле яҡшырҙы һәм башҡалар.
Башҡортостандың Бизнес-тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы президенты Ғабдулла Хәмитовтың фекеренсә, илгә идара итеү өсөн кадрҙар әҙерләмәү — уға булған дәғүәләрҙең береһе.
Владимир Путиндың ышаныҡлы кешеһе, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова кандидат менән осрашыуынан ҡалған тәьҫораттары хаҡында һөйләне.
— Ул — бик итәғәтле кеше. Путин осоронда өс ҡатын-ҡыҙ федераль Хөкүмәт министры итеп тәғәйенләнде, — тине Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы.
“Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Заһир Хәкимов был партияның оппозицияла булыуын билдәләне. Әммә партия етәкселәре Владимир Путин яҡлы, Президент һайлауҙа улар үҙ кандидатураһын тәҡдим итмәгән, сөнки әлеге Хөкүмәт Рәйесен илдең ысын патриоты тип иҫәпләй.
“Хаҡ эш” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе, эшҡыуар Вячеслав Ғиләжетдинов бындай фекер менән килешмәне. Михаил Прохоров уға альтернатива була ала, тип билдәләне.
Владимир Путиндың Өфөләге төбәк йәмәғәтселеген ҡабул итеү бинаһы етәксеһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ректоры Раил Әсәҙуллин, кешеләр Владимир Путинды әрләһә лә, төпкөл аң менән уға ышана, тине.
— Хөкүмәт Рәйесенә етди дәғүәләр ҙә, ул хәл итергә тейешле етди мәсьәләләр ҙә бар, — тине Сергей Лаврентьев. — Алдыбыҙҙа мөһим бурыстар тора. 4 мартта барыбыҙ ҙа аңлы рәүештә теге йәки был юлды һайлаясаҡбыҙ.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.