Бер урынға — ике кеше22.07.2015
Быйыл 13 сентябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — республиканың 53 районына ҡараған 775 ауыл биләмәһе Советында депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 7302 мандатҡа 15638 кандидат дәғүә итә.

Кандидаттарҙың 59 проценты (9201) — ир-егет. Депутат мандаты өсөн көрәшергә әҙер гүзәл зат һаны — 6395. Дәғүәселәрҙең күбеһе 40-49 йәштә — 5344 (34,27 процент). 50-59 йәшлектәр ҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә — 4920 (31,55 процент). 1224 кандидатҡа (7,85 процент) әле 30 йәш тә тулмаған. Кандидат­тарҙың алты проценттан ашыуы – 60 йәштән өлкән. 30-39 йәшлек дәғүәселәр — 20,29 процент.
Һайлауға “Берҙәм Рәсәй”, КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары” һәм баш­ҡа сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән. Ҡануниәткә ярашлы, әле кандидаттар тураһындағы мәғ­лүмәт Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт үҙәгенә һәм Федераль миграция хеҙмәте идаралығына ебәрелгән.




Вернуться назад