Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә22.07.2015
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2016 йылғы федераль парламент һайлауын декабрҙән сентябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһенә күсереү тураһындағы Законға ҡул ҡуйҙы.

Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында баҫылып сыҡты. Уға ярашлы, “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылы­шы­ның Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау тураһында”ғы Закондың 5-се һәм 102-се статьяларына төҙәтмәләр индерелде. 102-се статья етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙың 2016 йылдың сентябрь айындағы өсөнсө йәкшәмбелә уҙғарылыуын билдәләгән яңы положение менән тулыландырыла. Уның буйынса, депутаттар корпусының яңы составы, һайлау үткәс, 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса йы­йылырға тейеш. 5-се статьялағы үҙгәреш­тәргә ярашлы, әүәлге саҡырылыш Дәүләт Думаһы һайланған конституцион срок үтәсәк айҙың өсөнсө йәкшәмбеһе парламент һай­лауында тауыш биреү көнө тип иғлан ителә. Ошо нигеҙҙә 2016 йылдан һуң Дәүләт Думаһына бөтә һайлауҙар сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә уҙғарыласаҡ.
Яңы Дәүләт Думаһына, Рәсәй төбәктә­рен­дәге дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдарына ҡайтанан һайланмаған алтынсы саҡырылыш депутаттарын 2016 йылдың 4 де­кабренә тиклем аҡсалата тәьмин итеү, уларҙың парламент тейелгеһеҙлеге, эш урынынан бирелгән торлағы һәм социаль страховкаһы һаҡланып ҡала. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 713 миллион 700 мең һум аҡса бүленә.




Вернуться назад