“Самурай законы” үҙ көсөнә инерме?21.07.2015
Японияла яңы закон проекты раҫланыуы, Америка Ҡушма Штаттарының Ҡырғыҙстанға баҫым яһарға маташыуы, Мария Гайдарҙың Одесса өлкәһе вице-губернаторы итеп тәғәйенләнеүе уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Рәсәй ҙә ризаһыҙлыҡ белдерҙе

Япония парламентының Түбәнге палатаһы яңы закон проектын раҫланы. Уға ярашлы, дәүләт үҙен хәрби йәһәттән һаҡлау һәм кәрәк булған осраҡта сит илдә көс ҡулланыу хоҡуғын ала. Билдәле булыуынса, Икенсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң Япония Консти­туцияһына төҙәтмә индерелә. Унда ошондай юлдар бар: “Милләттең суверенлы хоҡуғына ярашлы, япон халҡы һуғыштан мәңгелеккә баш тарта”.
Илдең оппозицияһы, Төп закондың ошо статьяһын әләм итеп күтәреп, яңы закон проектына ҡаршы сыға. Ә был документта, сит дәүләттәр тарафынан хәрби хөсөтлөк ҡылына ҡалһа, шулай уҡ союздаштарына хәүеф янаған осраҡта, хатта үҙенә һөжүм булмаған хәлдә лә, Япония хәрби көс ҡуллана аласаҡ, тип әйтелә. Әсе теллеләр был проектты “Самурай законы” тип атарға өлгөрҙө лә инде. Документ ҡабул ителә ҡалһа, Япония премьер-министры Синдзо Абэ бик ҡәнәғәт ҡаласаҡ, сөнки был эш уның инициативаһы буйынса башҡарыла. Парламенттың Юғары палатаһы закон проектын кире ҡаҡҡан осраҡта ла, етәксе уны Түбәнге палатаға ебәреүгә хоҡуҡлы. Эш ошондай план буйынса барһа, Түбәнге палаталағы тауыш биреү ваҡытынан 60 көн үткәндән һуң, йәғни 14 сентябрҙә, яңы төҙәтмәләр автоматик рәүештә үҙ көсөнә инәсәк.
Японияның ошондай эш башлауы күрше дәүләттәрҙә, шул иҫәптән Рәсәй менән Ҡытайҙа ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Бының үҙ сәбәптәре билдәле: ике дәүләттең дә Япония менән биләмәләр буйынса бәхәсле мәсьәләләре бар. Унан килеп, Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 70 йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, Япония менән Рәсәй араһында әлегәсә тыныслыҡ килешеүе төҙөлмәгән. Ошондай шарттарҙа яңы закон проектына тотоноу илебеҙ етәкселеген хәүефкә һалмай ҡалмай. 31 августа Японияның сит ил эштәре министры Фумио Кисида беҙгә осрашыуға килергә тейеш ине. Хәҙер иһә был сара кисектерелер тип көтөлә, сөнки уларҙа министрҙың сит ергә сәфәрен парламент ҡына раҫлай. Тимәк, яңы закон ҡабул ителмәй тороп, етәксе Рәсәйгә ебәрелмәйәсәк.
Японияның ошондай закон булдырырға ынты­лыуының бер нисә сәбәбен аңлатып китергә мөмкин. Беренсенән, ул ут күршеһе Ҡытай менән электән ярышып йәшәй. Бер нисә йыл элек “көнәркәше” уҙып китеп, донъяла икенсе баҫҡысҡа үрмәләне. Японияның иһә унан һис кенә лә ҡалышҡыһы килмәй, хәрби-сәйәси юл менән булһа ла Ҡытайға ҡаршы торорға самалай. Икенсенән, яңы закондың “союздаштарына хәүеф янаған осраҡта” тигән юлдарында Японияның союздашы АҠШ күҙ уңында тотолғанын яҡшы аңларға була. Ә бөгөн Америка өсөн Рәсәй һәм Ҡытай ғына хәрби хәүеф менән янай. Быйыл апрелдә Японияның премьер-министры Синдзо Абэ рәсми эш сәфәре менән АҠШ-ҡа барып ҡайтҡайны. Вашингтонда, моғайын, ошо мәсьәлә, йәғни законға төҙәтмәләр индереү тикшерелгәндер тип тоҫмалларға була. Күренеүенсә, Америка Японияны донъяла үҙенең төп дәғүәселәре булған Рәсәй менән Ҡытайға ҡаршы һөсләтмәксе.

АҠШ Ҡырғыҙстанға уҡтала

Ғөмүмән, донъя сәйәсәтендә АҠШ-тың ҡыҫылмаған ере юҡ. Ул хәҙер Ҡырғыҙстанға ла ҡул һуҙа. Был ил 1993 йылда уҡ АҠШ менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеү төҙөгәйне. Ул Америка өсөн уңышлы тормошҡа ашырылып килде. Килешеүгә ярашлы, Ҡырғыҙстан биләмәһендә АҠШ-тың “Манас” хәрби базаһы урынлаштырылды. Йәнәһе, уның аша Афғанстандағы хәлдәр контролдә тотола. Ысынбарлыҡта иһә АҠШ Ҡырғыҙстанда бола яһап, уны Грузия, Украина кеүек үҙ яғына ауҙарып алмаҡсы иткәйне. Был йәһәттән бер ни тиклем уңышҡа өлгәштеләр: Украиналағы “ҡыҙғылт-һары” революциянан һуң Ҡырғыҙстанда ла “Тюльпандар ихтилалы” булып, власҡа Ҡорманбәк Бакиев килде. Ул Рәсәй һәм АҠШ менән берҙәй мөнәсәбәт урынлаштырырға тырышып ҡараны. Американың “Манас” хәрби базаһын яптырам, тип илебеҙҙән ташламалы кредит алыуға өлгәште, әммә был эште тормошҡа ашырманы. Тап ошолай ике яҡлы сәйәсәт алып барырға маташыу харап итте лә уны – йәнә революция булып, үҙен властан ситләттеләр. Бөгөн иһә Бакиев Белоруссияла сәйәси һыйыныу урыны табып, шунда йәшәп ята. Ә Ҡырғыҙстанда уға енәйәт эше асылған, ситтән тороп 25 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында суд ҡарары сығарылған. Ә унан һуң власҡа килгән Алмазбәк Атамбаев “Манас”ты яптыртыуға өлгәште. Шуға үс итепме, Америка йәнә Ҡырғыҙстан сәйәсәтенә тығыла.
17 июлдә АҠШ-тың Дәүләт департаменты ҡарары менән Азимжан Асҡаров “Хоҡуҡ һаҡлаусы йыл кешеһе” премияһы менән бүләкләнгән. Ә бит ул, Ҡырғыҙстанда 2010 йылдағы сыуалыштарҙы ойоштороуҙа ғәйепләнеп, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгәйне. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул осорҙағы граждандар һуғышында (ҡырғыҙҙар менән үзбәктәр араһындағы бәрелеш) 500-гә яҡын кеше һәләк була, бер меңдән ашыуы төрлө тән йәрәхәте ала. 3 746 объект, шул иҫәптән 327 дәүләт ҡарамағындағы мөлкәт яндырыла. Бихисап бина, мәктәптәр һаман тергеҙелмәгән. Ошо сыуалыштарҙың төп ойоштороусыһы – милләте буйынса үзбәк, “Һауа” хоҡуҡ яҡлау ойошмаһына 15 йыл етәкселек иткән Азимжан Асҡаров. Бөгөн килеп, АҠШ уны премия менән бүләкләй. Бының Ҡырғыҙстанға бола һалыу өсөн эшләнгәнлеге көн кеүек асыҡ, сөнки бында милләттәр араһындағы низағ һаман тынмай. Өҫтәүенә быйыл көҙ был илдә парламент һайлауҙары үтергә тейеш. Тимәк, халыҡты болартып, АҠШ Ҡырғыҙстан парламентына оппозиция вәкилдәрен күберәк индерергә теләй – болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоуы уңайлыраҡ бит. Ҡырғыҙстандың Таможня союзына йөҙ бороуы ла борсой АҠШ-ты. Шуға ла төрлө яҡлап ҡаршылыҡ күрһәтергә самалай.

Власта – яҙыусы бүләсәре

Украинаның Одесса өлкәһе вице-губернаторы итеп Мария Гайдарҙың тәғәйенләнеүе ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Билдәле булыуынса, губернаторлыҡ вазифаһы Грузияның элекке етәксеһе Михаил Саакашвилиға йөкмәтелгәйне. Уның урынбаҫары итеп Мәскәү ҡыҙын һайлауы һис кенә лә осраҡлы түгел. Ошондай юл менән Саакашвили Рәсәйҙе, урыҫтарҙы “яратыуын” белдерергә тырыша. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: Мария Гайдар – билдәле яҙыусы Аркадий Гайдарҙың бүләсәре, илебеҙҙә билдәле реформатор Егор Гайдарҙың ҡыҙы. Саакашвили белдереүенсә, уға социаль мәсьәләләр буйынса яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Эш биографияһына килгәндә, Мария Гайдар 2005 йылда сәйәсәткә килеп, “Уң көстәр” союзына ҡушыла, Киров өлкәһе губернаторы Никита Белыхтың социаль мәсьәләләр буйынса ярҙамсыһы булып эшләй, Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа дәғүә итеп ҡарай. Одессала ни ҡыла алыр – ваҡыт күрһәтер.




Вернуться назад