Президент башланғысты хупланы15.07.2015
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткән законға ҡул ҡуйҙы.

Депутаттарыбыҙ башланғысы менән “Рә­сәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһын­да”ғы Законға индерелгән үҙгәрештәр федераль ҡаҙнанан субвенциялар биреүгә бәйле мәсьәләлә хоҡуҡи билдәһеҙлекте асыҡлай.
2013 йылда Рәсәйҙең Бюджет кодексына һәм ҡайһы бер башҡа закон акттарына үҙгәрештәр индерелгәйне. Ошоға ярашлы, федераль ҡаҙнанан субвенциялар биреүҙең федераль закон менән раҫланырға тейешлеге тураһындағы норма ғәмәлдән сыға­рыл­ды. Шул уҡ ваҡытта үрҙә телгә алынған Законда был ҡағиҙә ғәмәлдә ҡалды. Һөҙөм­тәлә ҡанунға төрлөсә аңлатма бирелде.
– Ҡаҙнанан аҡса бүлеү кеүек етди мәсьә­ләлә хоҡуҡи билдәһеҙлек булмаҫҡа тейеш, – тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай Рәйесе Константин Толкачев. – Бындай хәл федераль ҡануниәттәге нормаларға төрлөсә аңлатма биреүгә этәрә, аҡсаны бүлгәндә һәм үҙләштергәндә ҡаршылыҡ тыуҙыра.




Вернуться назад