Өс илгә лә уңайлы шарттар кәрәк14.07.2015
Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттарында Рәсәйҙең Федераль таможня хеҙмәте Ҡытайҙың һәм Монголияның баш таможня идаралыҡтары етәкселәре менән осрашты.
Андрей Бельянинов, Юй Гуанчжоу һәм Цэнгэл Болд өс илдәге таможня хеҙмәттәренең үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. “Йәшел коридор” проектына ярашлы, тауар хаҡындағы мәғлүмәт менән алмашыуға айырым иғтибар бирелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар “Пограничный — Суйфэньхэ”, “Полтавка — Дуннин” пункттарында Рәсәйҙән Ҡытайға сығарылған урманға, шулай уҡ Ҡытайҙан Рәсәй Федерацияһына индерелгән йәшелсә, еләк-емешкә таможня контроле һөҙөмтәләрен үҙ-ара таныу проектына яҡынса йомғаҡ яһаны.
Таможня хеҙмәттәре етәкселәре был көндө сауҙаны үҫтереү йәһәтенән уңайлы шарттар булдырыу тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Документ хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен билдәләй.