Именлек. Үҫеш. Киләсәк14.07.2015
Башҡортостандың баш ҡалаһы мөһим халыҡ-ара осрашыуҙы ҡабул итте
“Көткәнгә көн оҙаҡ”, — тиһәләр ҙә, йөрәкһеп тә, бер аҙ хафаланып та, үҙебеҙ ҙә аңлап еткермәгән нәмәләргә өмөтләнеп тә көтөп алған ваҡиға, ай күрҙе, ҡояш алды тигәндәй, үтеп тә китте. Байтаҡ дәүләт лидерҙарының Өфөләге һөйләшеүҙәре ниндәй һөҙөмтәләргә килтереү ихтималы тураһында һүҙ, әлбиттә, гәзит сәхифәләрендә түгел, юғары кабинеттарҙа, ҡыҙыулыҡ һүрелә төшкәс, булыр. Әлегә иһә беҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр, баш ҡалабыҙҙың бер нисә көнгә донъя сәйәсәтенең телгә алырлыҡ үҙәгенә әүерелеүе айҡанлы ғорурланып йөрөйбөҙ. Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы менән Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһын (БРИКС) берләштергән илдәр төркөмө етәкселәре һәр даим бер урында һәм бер мәлдә осрашмай. Был йәһәттән Өфөләге йыйын бүтәндәгеләренән айырылып торҙо. Йәнә лә шуныһы: әлеге ойошмаға етәкселек уның ағзалары араһында күсеп йөрөй. БРИКС-та быйыл рәйеслек Рәсәй ҡулында, һәм шуға күрә илебеҙ етәкселегенең ошо факторҙы файҙаланып ҡалырға ынтылыуы тәбиғи.
Донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған ҡунаҡтар хәҙер инде тыуған илдәрендәлер. Өфө лә, аҡрынлап, ғәҙәти тормошона ҡайтыр. Байтаҡ ваҡыт республикабыҙ етәкселәре, баш ҡала хакимиәте, тиҫтәләрсә ойошмалар мәртәбәле осрашыуҙарҙы йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ итеп әҙерләү өсөн һәммәһен дә эшләргә тырышты. Бындай ҡоласлы саралар Өфө, ғөмүмән Башҡортостан өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә яңылыҡ һәм һынау булһа ла, тотош Рәсәйҙең был йәһәттән тәжрибәһе бай ғына. “Оло егерме” осрашыуын йәки Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының 2002 йылдың июнендә Санкт-Петербургта, тағы бер йылдан Мәскәүҙә, 2009 йылдың июнендә Екатеринбургта (унда БРИКС дәүләттәре лә ҡатнашты) үткән осрашыуҙар быға миҫал була ала. Ике ойошмаға инеүсе, ағзалыҡҡа өмөт итеүсе, күҙәтеүсе һәм фекер алышыуҙа ҡатнашыусы дәүләттәрҙең күпселегенең йылы яҡтарҙан булыуын иҫәпкә алыптырмы, йыйындар башлыса йәй айҙарында үтә. Рәсәйҙең Өфөлә ойошторолған әлеге сараны үткәрә алыуына Көнбайыш матбуғатында күренеп-ишетелеп ҡалған шик-шөбһәләргә яуап итеп, РФА-ның иҡтисад институтының Азиялағы Рәсәй стратегияһы үҙәге мөдире Георгий Толорая: “Өфө, әлбиттә, бының ише йыйындарҙы ҡабул иткәне юҡ, әммә башҡорттар тырыша, тик тәбиғәт кенә ҡамасаулай күрмәһен”, — тигәйне.
Ғалимдың тәбиғәт мәсьәләһендә хафаланыуы нигеҙһеҙ түгел, сөнки быйылғы яҙ-йәй халыҡтың “ҡыҙҙың ҡылығы ҡырҡ булыр” тигән һүҙен раҫлағандай килде. Ҡунаҡтарҙы ни ҡәҙәр генә ихласлап ҡаршылаһаң да, әсе ел юлына шаршау ҡорор, ҡапыл һыуып киткән көндө йылмайыу менән йылытыр әмәлдәре булмай шул.
Ошо көндәрҙә урамда таныш-тоноштарҙың бер-береһен байрам менән ҡотлашҡанын ишетергә тура килде. Ҡоласлы, әммә башкөллө эш тураһында фекер алышыу өсөн ойошторолған осрашыуға байрам кәйефен ташҡындырып биреүгә республика телевидениеһы ла, власть та тырышлыҡты йәлләмәне инде. Эйфорияны һүрелтеберәк уйлағанда, ШХО ла, БРИКС та, статусы һәм тәғәйенләнеше буйынса, тантаналар һәм бер-береңә комплименттар еткереү өсөн генә ҡулай түгел. Үтә хәүефле, тынысһыҙлыҡ, конкуренция, низағ көсәйә барыусы донъяла дәүләт лидерҙары һөйләшеүҙәр барышында һәм ҡабул ителгән документтарҙа әҙәплелек, зарури дипломатик ҡағиҙәләрен һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта һәр ил башлығы, делегацияның һәр ағзаһы үҙ дәүләтенең, үҙ милли иҡтисадының мәнфәғәттәре тураһында уйлай. Был да ғәҙәти хәл. Лестер Пирсон атлы дипломат һәм сәйәсмән: “Бүтән кешеләрҙән дипломатты “юҡ” тигәнде “эйе” тип ишетерлек итеп әйтә белеү айыра”, — тигән.
Уҙған аҙнала Өфөлә беҙ телевидение аша бер ни ҡәҙәр шаһит булған осрашыуҙар Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы һәм БРИКС берләшмәһенең быйылғы планлаштырылған кәңәш-төңәштәренең йомғаҡлау сараһы тип ҡабул ителә.
Әгәр Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың бер тиҫтә ил башлыҡтары менән күҙмә-күҙ ултырып һөйләшеүен иҫәпләмәгәндә, 8 – 10 июлдәге пленар саралар протокол рәүешен алды. Шуға күрә Өфөләге осрашыуҙарҙың иң мөһим өлөшө Путиндың ике яҡлы әңгәмәләренә ҡайтып ҡалалыр. Йәнә лә шуны оноторға ярамай. Өфөләге йыйында көн тәртибенә инәсәк иң мөһим мәсьәләләр алдан, Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форумда, Мәскәүҙә, Ҡазанда тармаҡ кәңәшмәләрендә ҡаралды, нарыҡланды, раҫлауға әҙерләнде. Әйткәндәй, Башҡортостандың баш ҡалаһында иғлан ителгән йомғаҡлау декларацияһына етмешкә яҡын пункт индерелгән. Әммә мәғәнә – шыма телле документ ҡабул итеүҙә түгел, ә уны бойомға ашырыуҙа. Халыҡтың: “Яҙған — яҙыҡ, әйткән китек булмаһын”, — тигән теләге шунан килә.
ШХО ла, БРИКС та — халыҡ-ара ойошмалар, улар эшмәкәрлегендә бер-береһен ҡабатламаймы икән? Был — тәбиғи һорау, сөнки, ябай кеше ҡарашынса, ике ойошма мисәүләп егелгән аттар һымаҡ. Ләкин, мәсьәләнең асылына тәрәнәйә төшһәң, улар иңенә бурыстарҙың төрлөһөнөң ятыуын күрәһең. БРИКС — ҡоласлыраҡ, күп яҡлыраҡ берекмә. Тәүге сиратта ул иҡтисади хеҙмәттәшлекте көйләү менән мәшғүл. ШХО — функциональ йәһәттән сикләнмәгән структура, ләкин унда ла төп йүнәлештәрҙе күрергә мөмкин. Улар — хәүефһеҙлек, сәйәсәт, иҡтисад, гуманитар мәсьәләләр.
Күп кенә күҙәтеүселәр ШХО-ның да, БРИКС-тың да яңы дәүләт-ағзалар иҫәбенә киңәйеү ихтималына ҙур иғтибар бүлә. Был еңел һәм тиҙ хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Беренсенән, ШХО-лағы бөгөнгө барған процестар ойошманың устав документтары — 2002 йылғы Хартияла, яҡшы күршелек, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында 2007 йылда имзаланған договорҙа, стратегияның төп йүнәлештәрен билдәләгән программала сағылыш табамы? Ойошма, мәҫәлән, ун йылдан ниндәйерәк буласаҡ? Сәйәсәт өҫтөнлөк итәсәкме, әллә иҡтисадмы? Теге йәки был дәүләткә ШХО-ға, БРИКС-ҡа күҙ йомоп ынтылыу кәрәкме? Мәҫәлән, Монголия йә Төркмәнстан ШХО-ға инеүгә бөгөн үк ғариза бирер ине лә, әммә улар өсөн күҙәтеүсе йә саҡырылған статусында йөрөү отошлораҡ, сөнки халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә күп йүнәлештәрҙе тотоу хәйерле. Ике ойошмаға ла ағзалыҡҡа инеү өсөн ҡайһы бер дәүләттәргә территория йәһәтенән көйләнмәгән бәхәстәр ҙә ҡамасаулай. Һиндостан менән Ҡытай, Һиндостан менән Пакистан араһындағы мөнәсәбәттәр быға миҫал була ала. Хәйер, Һиндостанды ағзалыҡҡа ҡабул итеү процедураһы башланды. Ирандың әлеге ойошмаларға яҡынайыуына ғәмәлдән сығарылмаған санкциялар ҡамасаулай.
Донъялағы хәлдәрҙең бик хәүефле булыуын иҫтә тотоп, Өфөләге осрашыуҙарҙа сәйәси, иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу зарурлығы менән генә сикләнмәгәндәрҙер. БРИКС аббревиатураһы – инглиз телендәге bricks — “кирбестәр” тигән һүҙгә оҡшаш. Ысындан да, бина кирбескә кирбес өҫтәлеп төҙөлә бит. Өҫтәүенә “брикс” инглиз жаргонында “һәйбәт егеттәр” мәғәнәһендә лә йөрөй. Донъя иҡтисадының киләсәктә ниндәй илдәргә таянып үҫәсәгенә ишараны ла һиҙемләргә була.
БРИКС дәүләттәре тураһында һүҙ алып барғанда, уның алдағы көндәре ышаныслы ла һымаҡ. Ҡытай — донъялағы иң беренсе фабрика, Рәсәйҙә тәбиғәт байлыҡтары күп, Һиндостанда осһоҙло интеллектуаль кадрҙар, Көньяҡ Африка Республикаһы алтын табыу буйынса алдынғы. Эксперттар бер нисә тиҫтә йылдан милли иҡтисадтарҙың үҫеш темптары йәһәтенән лидерҙарҙың алмашынасағын фаразлай. Әгәр хәҙер, эске тулайым продукт буйынса, тәүге бишәү эсенә БРИКС-тың ике ағзаһы — Ҡытай менән Һиндостан — инһә, аналитиктар фекеренсә, 2050 йылға унда Рәсәй менән Бразилия ла ярып инәсәк. Ә Ҡытай иһә АҠШ-ты күпкә артта ҡалдырасаҡ. Өҫтәүенә Японияның премьер-министры Синдзо Абэ G7-нең алдағы йылдың май аҙағында ошонда үтәсәк осрашыуында Рәсәйҙе G8-гә ҡайтарырға тырышасағы тураһында белдерҙе.
Ҡыҫҡаһы, фекер алышыу, бәхәстәр, көрәш бер көнгә лә туҡталмай. Дәүләттәр менән дәүләттәр, Көнсығыш менән Көнбайыш, Рәсәй менән Көнбайыш араһындағы мөнәсәбәттәрҙең динамикаһына күҙ эйәрмәй. ШХО, БРИКС берекмәләренә инеүсе дәүләттәр бер-береһе менән конкуренция көрәшенә йәлеп ителә, һәм был ҡәрҙәшлекте алыҫайта. Ҡытайҙың иҡтисади экспансияһы Бразилияны ла, Һиндостанды ла, Африка ҡитғаһы илдәрен дә тынысһыҙландыра. “Ислам дәүләтенең” Афғанстанда нығыныуы Үҙәк Азия дәүләттәрен дә, Рәсәйҙе лә хафаландырырға тейеш. Француз әҙибе Франсуа де Ларошфуко әйтмешләй, ғәмәлдә нимә теләүебеҙҙе беҙ ахырғаса һирәк аңлайбыҙ инде ул.
...Шаулап, аэропорттан — ҡалаға, ҡаланан аэропортҡа кортеждар үтеп бөттө. Оло ҡунаҡтар килде лә ҡайтып китте. Ҡәләмгирҙәр Өфөнән алған тәьҫораттарын ҡағыҙға төшөрөп бөткәндер. Уттар һүнде. Йырҙар тынып торҙо. Осоп сығыусы самолеттарға ҡарап, “башҡа торһаҡ та, бергә йәшәйек”, тип теләп ҡалдыҡ. Ил баштары ваҡытын тиктәҫкә сарыф итмәгәндер әле, именлек, үҫеш, киләсәк юлын билдәләгәндер. Шуға ышанайыҡ.