Дуҫтар араһында юл да тиҙ һалыныр11.07.2015
Дуҫтар араһында  юл да тиҙ һалыныр Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов матбуғат вәкилдәре менән осрашыуында әйтеүенсә, юл – ШОС илдәре хеҙмәттәшлегенең төп йүнәлештәренең береһе, был мәсьәләгә арналған һөйләшеүҙәр йыш булып тора.

“Бөйөк Ебәк юлы” – был атаманы беҙ бала саҡтан уҡ тарих дәреслектәре аша беләбеҙ. Билдәле булыуынса, ул Ҡытайҙан Европаға тауар ташыу өсөн генә түгел, ә мәҙәниәт, тормош-көнкүреш, фән һәм башҡа ғәмәлдәр менән алмашыу өсөн дә файҙаланылған (уның тураһында гәзитебеҙҙең 8 июль һанында ентекләберәк яҙылды).
ШОС илдәре менән һуңғы йылдарҙа алты “коридор”, йәғни йүнәлеш тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Уларҙың иң ҙуры оҙонлоғо һәм ҡеүәте буйынса “Ебәк юлы”н ҡабатлай тиерлек: Көнсығыш Ҡытайҙан алып Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһына хәтлем һуҙыласаҡ. Был трассаның 3 400 километры Ҡытай буйлап, 2 800 километры – Ҡаҙағстан, 2 100 саҡрымы беҙҙең ил биләмәһе аша уҙасаҡ. Әлегә күҙаллауҙарынса, юлдың Ырымбур – Баулы участкаһының бик аҙ ғына өлөшө беҙҙең республика биләмәһенә лә эләгә, ул Күмертау һәм Мәләүез ҡалаларынан йыраҡ түгел үтеп китәсәк. Юлды 2020 йылда файҙалана башларға иҫәп тоталар.
Бынан тыш, Рәсәйҙең Байкал-Амур менән Транссебер тимер юл магистралдәре һәм башҡа йүнәлештәр ҙә Рәсәй менән Ҡытай араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәргә хеҙмәт итәсәк, – тине министр.
Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында ла әле Мәскәүҙән Өфө һәм Силәбе аша үткән автомобиль трассаһын “Мәскәү – Пекин юлы” тип атай торғайнылар. Буласаҡ йүнәлеш, күреүебеҙсә, был һыҙаттан күпкә көньяҡтараҡ уҙа, сөнки бейек тауҙар һәм сүллектәр географик араны ҡыҫҡартырға ҡамасаулай алмай – техник мөмкинлектәр яҡшы хәҙер.
Максим Юрьевич шулай уҡ Рәсәй менән Иран араһындағы автомобиль һәм тимер юлдарын яҡшыртыу, уларҙағы хәрәкәтте һәм тауар ташыуҙы йәнләндереү буйынса саралар күреләсәге тураһында ла һөйләне, был эш сәйәси сәбәптәр арҡаһында кисектерелеп торған икән.


Вернуться назад