Рәсәйҙең иҡтисад министрының был тынысландырыусы күрәҙәлеге саммиттарҙың матбуғат үҙәгендә яңғыраны. Иҡтисади фараз яһау еңел түгел, ләкин Алексей Улюкаевтың ышаныслы итеп әйтеүе беҙҙең илдең генә түгел, донъяның башҡа дәүләттәре вәкилдәренең дә иғтибарын йәлеп итте.– Һум тотороҡло, уның осһоҙланыуы йә, киреһенсә, нығыныу ихтималлығы берҙәй, — тине Алексей Валентинович. — Макропрогнозды ҡабаттан ҡарау өсөн сәбәп юҡ. Нефть хаҡы күтәрелеп-төшөп тороуға ҡарамаҫтан, бер баррель 50 доллар тирәһендә тирбәлеүен дауам итәсәк.
Әлеге көндә ил ҡаҙнаһы ошо фараз нигеҙендә төҙөлә, инвестиция портфеле лә шуға нигеҙләнәп туплана. Капиталдың ситкә “ҡасыуы” ла кәмейәсәк. Бөгөнгө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йылдың тәүге яртыһында Рәсәйҙән 52 миллиард доллар сығарылған.
– Быйылға беҙҙең рәсми фараз 110 миллиард доллар ине, ләкин уны кәметергә, 90 миллиард доллар тирәһенән арттырмаҫҡа форсатыбыҙ бар, — тине министр.
Халыҡ-ара валюта фонды иһә, донъялағы иҡтисади хәлдең насарая барыуына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙәге тулайым эске продукттың артабан артасағын белдергән.