Рәсәй Президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтийәр Хәкимовтың брифингы беҙҙең илдең ошо дәүләттәр берекмәһендә рәйеслек итеү йомғаҡтарына арналды.Милләте генә түгел, ә донъяға ҡарашы буйынса ла бер-береһенән ныҡ айырылған дәүләттәрҙе бер ойошмаға туплау еңелдән түгел, ләкин тормош быны үҙе талап итә. Бәхтийәр Маруф улы, ШОС ойошмаһының барлыҡҡа килеү тарихын ҡыҫҡаса һөйләп, һәр дәүергә Рәсәй күҙлегенән сығып баһа бирҙе. Уның билдәләүенсә, тәүҙә илдәр араһында, айырыуса Рәсәй менән Ҡытай мөнәсәбәттәрендә сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү барған. Улар уңышлы яйланғас, иҡтисади бәйләнештәр ҙә нығый һәм әүҙемләшә башлаған. Эшҡыуарҙар хәүефһеҙлек кимәлен һәм мөнәсәбәттәрҙең киләсәге ышаныслы булыуын беренсе сиратта иҫәпкә ала.
Өфөлә ШОС менән БРИКС саммиттарының бергә үткәрелеүен дә Бәхтийәр Хәкимов бик ыңғай күренеш тип баһаланы.
– Хатта көн тәртибенә был ике ойошма араһында бәйләнештәр урынлаштырыу мәсьәләһе лә ҡуйылды, — тип билдәләне махсус вәкил.
ШОС ойошмаһында рәйеслек итеү артабан Үзбәкстанға күсә.