Әсә һәм бала сәләмәтлеге һағында11.07.2015
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич “Внешэкономбанк” дәүләт корпорацияһы рәйесе Владимир Дмитриев менән илдәге иң ҙур шәхси госпиталдәрҙең береһе — “Әсә һәм бала” учреждениеһының эше менән танышты.
Ҡунаҡтар клиника-диагностика, биохимик гормональ тикшеренеүҙәр лабораторияларын, балалар реанимацияһы һәм интенсив терапия, яңы тыуған сабыйҙар патологияһы, нур ярҙамында диагностикалау, бала табыу бүлексәләрен ҡарап сыҡ­ты. Михаил Бабич медицина учреж­де­ниеһы етәкселеге менән “Әсә һәм бала” госпиталенең граждандарға түләүһеҙ медицина, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары буйынса территориаль программала ҡат­нашыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Баш табип Борис Коноплев әйтеүенсә, клиника про­граммаға инеү өсөн тейешле документ­тарҙың барыһын да әҙерләгән. Михаил Бабич госпиталдә заманса медицина ҡорамал­дарының әүҙем ҡулланылыуына иғтибарҙы йүнәлтте.




Вернуться назад