Башлыҡтар күргәҙмәлә осрашты11.07.2015
Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон менән осрашты. Яҡтар иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен, төбәк-ара бәйләнеште нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Осрашыу башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов менән Эмомали Рахмон ХХ быуат Тажикстан рәссамдары картиналарынан төҙөлгән “Таулы төбәктең һынлы сәнғәт хазинаһы. Тажикстан. ШОС киңлеге” тигән күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Ул Ирандың Рәсәйҙәге илселеге башланғысы менән ойошторолған. Күргәҙмәгә Рәсәйҙәге шәхси коллекциянан 300-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан менән Тажикстан араһындағы тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек йылдамыраҡ үҫешергә тейеш. Ул республиканың Тажикстан төбәктәре менән дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтерергә әҙер булыуын белдерҙе.
Үҙ сиратында Эмомали Рахмон Тажикстандың Өфөләге генераль консуллығына даими ярҙам күрһәткән өсөн Башҡортостан Башлығына рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе Тажикстан ике илдең стратегик партнерлығындағы мөһим өлөш булараҡ ҡабул итә.