Ойошма сафы тулылана11.07.2015
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының киңәйтелгән составтағы ултырышында ҡатнашты.

Саммитта ҡатнашыусылар ШОС-тың 2014 -2015 йылдарҙағы эшенә йомғаҡ яһаны, ойошманың ағымдағы эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе, артабанғы бәйләнештең төп йүнәлештәрен билдәләне, көнүҙәк халыҡ-ара һәм төбәк мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Кәңәшмәне асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин, Өфөләге саммитта Рәсәйҙең 2015 йылда Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойош­ма­һындағы рәйеслеге тамамлана, тип билдә­ләне. Эш барлыҡ йүнәлештәр буйынса үҙ-ара бәйләнеште үҫтереүгә, ойошманың ҡеүәтен һәм абруйын нығытыуға йүнәлтелгән. Рәсәйҙең ШОС-тағы рәйеслеге осоронда 80-гә яҡын сара уҙғарылған. Дәүләт башлыҡ­тары Советы ултырышында бер нисә мөһим документҡа, шул иҫәптән Өфө декларация­һына, киләһе тиҫтә йылға хеҙмәттәшлектең аныҡ бурыстары билдәләнгән 2025 йылға тиклемге ШОС-тың үҫеш стратегияһына ҡул ҡуйылды.
– Бөгөнгө саммит Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы үҫешендә яңы дәүерҙе аса. Ойошманың эшмәкәрлеге осоронда тәүге тапҡыр Һиндостан менән Пакистан кеүек яңы ағзаларҙы ҡабул итеү күҙаллана. Беҙ Беларусь Республикаһының ШОС эшендә ҡатна­шыу статусын күҙәтеүсе дәүләт кимәленә күтәрергә килештек, — тине Владимир Путин. — Бынан тыш, Азербайжан, Әрмәнстан, Камбоджа һәм Непал ШОС-ҡа диалог буйынса партнер сифатында ҡушыла.




Вернуться назад