Йортобоҙҙа тыныслыҡ тантана итһен11.07.2015
Өфөлә БРИКС саммитында һәм Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашҡан делегация етәкселәрен Рәсәй Президенты рәсми ҡабул итте. Унда республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Тантаналы сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолдо.
– Дәүләттәребеҙҙе һәм халыҡтарыбыҙҙы оло дуҫлыҡ ҡына түгел, донъяла именлек, тотороҡло үҫеш өсөн ышаныслы шарттар тәьмин итеүгә ынтылыш та берләштерә. БРИКС, ШОС, Евразия иҡтисади союзы кеүек дөйөм берекмәләрҙә һәм ойошмаларҙа ғына түгел, ике яҡлы нигеҙҙәге уртаҡ эшебеҙҙең төп мәғәнәһе ошо, — тине сәләмләү сығышында Рәсәй Президенты. — Бындағы дәүләттәрҙең күбеһе Евразия киңлегенә инә. Ул беҙҙең өсөн шахмат таҡтаһы ла, геосәйәси уйындар майҙаны ла түгел. Барыбыҙ ҙа ошо дөйөм йортобоҙҙа тыныслыҡ, муллыҡ тантана итеүен, экстремизмға, башҡалар иҫәбенә үҙ мәнфәғәтен тәьмин итеү күренештәренә урын булмауын теләйбеҙ. Башҡортостандың баш ҡалаһындағы эшебеҙҙең һөҙөмтәһе ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға этәргес бирер, тип ышанам.