Өфөнө донъяға танытҡан өс көн11.07.2015
Өфөнө донъяға танытҡан өс көн Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажик­стан, Үзбәкстан һәм Рәсәй илдәрен берләштерә. Ул 2001 йылда сәйәси, сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни, мәғариф, энергетика, транспорт, туризм, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, террорсылыҡҡа, наркотиктарға ҡаршы көрәш өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында ойошторолғайны. Кисә Өфөлә Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының киләсәккә мөмкинлектәрен үҫтереү, ойошмаға яңы илдәрҙе ҡабул итеү мәсьәләләренә арналған саралар, брифингтар үтте, дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында мөһим документтарға ҡул ҡуйылды.

Һуңғы өс көндә Өфө донъя кимәлендә иҡтисади һәм сәйәси майҙанға әүерелде. Дәүләт башлыҡтары иҡтисад, финанс өлкәһендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе, киләсәктә ғәмәлгә ашырыласаҡ проекттар буйынса фекер алышты. Сәйәсәт, социаль өлкә, хәүефһеҙлек темалары ла иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы. Етәкселәр мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, йәштәр менән алмашыу, туризмды әүҙемләштереү кәрәклеге хаҡында ла һөйләште.
Саммит эшлекле шарттарҙа үтте. Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы дәүләттәре башлыҡ­тары Советының киңәйтелгән ултырышында, мәҫәлән, төп дәүләттәрҙән тыш, биш күҙәтеүсе ил­дең (Монголия, Һиндостан, Иран, Пакистан һәм Афғанстан) башлыҡтары, шулай уҡ Рәсәй Прези­дентының шәхсән саҡырыуы буйынса Төркмән­стан Президенты ҡатнашты. Саммит йомғаҡтары буйынса ойошманың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы раҫланды, Өфө декларацияһы ҡабул ителде. Президенттар сик буйы мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы, алдағы өс йылға террорсылыҡҡа, сепаратизмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек итеү программаһын хупланы.
Бынан тыш, дәүләт башлыҡтары Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ҡабул итеү тәртибен хәл итте, һөҙөмтәлә ул “ҙур һигеҙ” илдәре берләшмәләре тигән рәсми булмаған статус алды. Әйткәндәй, киләсәктә ШОС-тың составы тағы ла киңәйеүе ихтимал. Әле, мәҫәлән, Иран ағза итеп алыуға рәсми ғариза биргән. Бер нисә ил (Азербайжан, Әрмәнстан, Бангладеш, Белоруссия, Шри-Ланка, Сүриә, Украина, Мальдив Республикаһы, Камбоджа, Мысыр) Шанхай Хеҙ­мәттәшлек Ойошмаһының күҙәтеүсеһе йәки партнеры статусын биреү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Әйткәндәй, дәүләт башлыҡтары Советы­ның сираттағы ултырышы 2016 йылдың сентябрендә Ташкент ҡалаһында үтәсәк.

***
Мәртәбәле сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ШОС һәм БРИКС саммиттары эше йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы менән тамамланды. Унда 500-ҙән ашыу электрон һәм баҫма, телевидение һәм радио, халыҡ-ара агентлыҡ һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Ил етәксеһе тәү сиратта Башҡортостан Хөкүмәтенә, Өфө ҡалаһы хаки­миәтенә рәхмәт белдерҙе, саммиттарҙы сифат йәһәтенән яңы кимәлдәге һәм яңы юҫыҡтағы үҫешкә нигеҙ һалған стратегик проект булараҡ баһаланы.
Ил етәксеһе журналистарҙы борсоған һорау­ҙарға ла яуап бирҙе. Улар төрлө тармаҡтарға ҡағылды: ШОС-тың сафы тулыланыуы, Ирандың ядро программаһы, Ҡытай менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар, Украиналағы көрсөк һәм башҡалар. Әйтәйек, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Өфө­нөң яңы статусы, баш ҡалабыҙ киләсәктә ҡабул итә алырлыҡ саралар кимәле менән ҡыҙыҡ­һынды.
— Республика ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ете ҡунаҡхана төҙөп, халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны лайыҡлы ҡабул итә алған икән, тимәк, киләсәктә ул ошондай башҡа йыйындарҙы ла һис һүҙһеҙ ойоштора аласаҡ. Был спортҡа ла, сәйәси осрашыуҙарға ла ҡағыла, — тине Владимир Путин.


Владимир ПУТИН, Рәсәй Президенты:
— БРИКС һәм ШОС илдәре үҫешендә ниндәй телдәрҙе белергә кәрәк тиһегеҙме, тәү сиратта урыҫ һәм башҡорт телдәрен өйрәнегеҙ.


Вернуться назад