Белоруссия президенты Александр Лукашенко Башҡортостанға килеү мөмкинлеге биргән өсөн Владимир Путинға рәхмәт әйтте.
— Рәсәйҙең иң гүзәл төбәгенә саҡырғанһығыҙ. Өфө — бик матур, күркәм ҡала. Башҡортостанға тәүгә килдем, ул беҙҙең Белоруссияға ныҡ оҡшаған, — тине ул.
Рәсәй Президенты Александр Лукашенконы Белоруссияның Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһындағы статусы үҫеүе айҡанлы ҡотланы. “Мәсьәлә хәл ителгән тиерлек, хәҙер туғандаш дәүләт ШОС-та күҙәтеүсе статусына эйә”, — тине Владимир Путин. Александр Лукашенко үҙ сиратында осрашыу форсатынан файҙаланып, тикшерергә теләгән ҡайһы бер мәсьәләләрҙе билдәләне. Улар иҫәбендә Евразия иҡтисади союзында хеҙмәттәшлек итеү ҙә бар.
Саммиттарҙың тәүге көнөндә Рәсәй Президенты Ҡытай, Тажикстан, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Белоруссия етәкселәре менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәрҙе.