Декларация ҡабул ителде10.07.2015
БРИКС илдәренең профсоюз берекмәләре етәкселәре Өфөлә берлектәге Декларация ҡабул итте. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков дәүләт башлығына ошо документты тапшырҙы.
Рәсәй Президенты БРИКС илдәренең эшһеҙлекте кәметеү күрһәткесе буйынса донъяла алдынғылыҡты яулауын айырып билдәләне. Ул хәбәр итеүенсә, был илдәрҙең етәкселәре лә профсоюз берекмәләренең саммитҡа әҙерләгән тәҡдимен ныҡлы өйрәнәсәк. Владимир Путин: “Рәсәйҙең рәйеслеге барышында беҙ БРИКС-тың берлектәге эшенә хеҙмәт союздарын, эшлекле, академик даирәләрҙе, йәштәр ойошмаларын йәлеп итергә тырыштыҡ, Өфөләге саммит осоронда профсоюз форумын үткәреүгә һәр йәһәттән булышлыҡ иттек”, — тип билдәләне.
Дәүләт етәксеһе йәштәрҙә һөнәри белем алыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу буйынса байтаҡ проектты уңышлы тормошҡа ашырған Стратегик башланғыстар агентлығын да телгә алды. Президент әйтеүенсә, был тәжрибәнең башҡа илдәргә лә файҙалы булыуы ихтимал.
Владимир Путин хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәтен яҡлау буйынса тәү сираттағы бурыстарҙы билдәләне. Рәсәй рәйеслеге эш биреүсене формаль секторҙы үҫтереүгә, эш хаҡын намыҫлы түләүгә, ҡаҙнаға социаль һалымды тейешенсә күсереүгә этәргән саралар буйынса тәҡдим әҙерләй.