Сараның әһәмиәте нимәлә?08.07.2015
Башҡортостанға ШОС һәм БРИКС саммиттары халыҡ-ара бәйләнештәрҙең яңы кимәленә сығыу, иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү, үҙен Рәсәй эсендә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә танытыу мөмкинлеге бирәсәк. Йәнә төбәккә өҫтәмә инвестиция йәлеп итеү форсаты тыуасаҡ.

Сәнәғәт һәм инновация ҡеүәте ауыл хужалығына, сәнәғәткә, фар­мацевтикаға, биотехнологияларға ҙур күләмдәге инвестиция һаласаҡтары­на иҫәп тота ала. Бынан тыш инфраструктура һәм логистика проекттарын үҫтереү өсөн дә шарттар тыуҙырыл­ған. Ғәмәлдә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡытай Халыҡ Рес­публикаһы Премьер-министры Си Цзиньпин менән аҙаҡҡы осрашыуы Мәскәү менән Пекиндың “Ебәк юлы” иҡтисади һыҙаты проектын һәм Евразия иҡтисади союзын үҙ-ара яраштырып алып барыуға әҙер булыуын күрһәтте. Уларҙың берен­сеһе, үтә ҙур булһа ла, проект ҡына әле, ә бына икенсеһе – тулы мәғә­нәләге инвестиция структураһы. Был башлан­ғыстарҙы үҙ-ара яраш­тырыу­ға өлгә­шеү ике яҡҡа ла ҙур файҙа бирер тип көтөлә. Башҡортостан Европа менән Азияның сигендә ятҡас, Ҙур Евразияның инфраструктураһын үҫтереү шулай уҡ уның өсөн дә отош­ло.
Төбәк-ара бәйләнештәр буйынса “R2R” тигән модель сауҙа һәм иҡти­сади хеҙмәттәшлекте йылдамыраҡ алып барырға ярҙам итәсәк, ул ШОС һәм БРИКС илдәренең айырым билә­мәләре өсөн дә иҡтисади мөнәсәбәт­тәрҙә ҡулайлы.
Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы сиктәрендә, иҡтисади мөнәсәбәт­тәр­ҙән тыш, берҙәм ғилми-мәҙәни һәм белем биреү киңлеге лә булдырыла. Ошо йүнәлештә Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарында Рәсәйҙең Гуманитар совет ойоштороу тура­һындағы башланғысы мөһим аҙым булып тора. Был ойошма даими эшләйәсәк һәм ШОС илдәрен генә хеҙмәтләндерәсәк. Башҡортостан Республикаһының ошо Советтың эксперттар бәйләнеше үҙәге булыу ихтималлығы ла ҙур. Был мөмкин­лекте төбәктең тарихи үҙенсәлектәре, төрки һәм славян халыҡтарының быуаттар буйына үҙ-ара һыйышып йә­шәү тәжрибәһе менән аңлатырға мөм­кин. Ислам менән Правосла­виеның йоғонтоло диалогы ла сит илдәр, айырыуса ШОС ағза­лары менән тығыҙыраҡ бәйләнеш урынлаштырыу шарттарын тыуҙырасаҡ.

Константин САФРОНОВ,
Евразияның “Һамрау” үҙәге
башҡарма директоры.



Вернуться назад