Мартта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙан һуң Өфөлә халыҡ-ара саммиттар уҙасаҡ объекттарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Ҙур осрашыуҙы үткәреү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесенең йыйынға килеүе ҙур ваҡиға буласаҡ. Шуныһы мөһим: ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң Өфө ҡалаһы тотош Ҡытайға билдәле буласаҡ. Был беҙҙең дуҫлыҡты нығытыуға һәм хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә һәйбәт мөмкинлек тыуҙыра. Ҡытай менән Башҡортостандың тауар әйләнешендә экспорттың 550 миллион, ә импорттың 150 миллион долларға етеүе беҙҙең арала етди мөнәсәбәттәр урынлашыуына ла, киләсәктә уны тағы ла киңәйтергә мөмкин булыуына ла ишаралай.
Беҙҙең илселек Ҡытай эшҡыуарҙарын һеҙҙең республикаға инвестиция һалыу мөмкинлеген өйрәнергә саҡырасаҡ. Мин бында сит илдән инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәренең яҡшы булыуын күрҙем, ватандаштарым да бының менән ҡыҙыҡһыныр тип ышанам.
Ли ХУЭЙ,
Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге
Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе.