Күңелебеҙ һәммәһенә асыҡ08.07.2015
ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Рөстәм Хәмитов “Ведомости” гәзитенә ҙур интервью бирҙе.
Республика Башлығы билдәләүенсә, төбәгебеҙ — яҡшылар иҫәбендә: бурыс аҙ, тәүге биш ай эсендә һалым кереме йылдам артҡан, инвестиция үҫеше насар түгел. Әммә бындай күрһәткестәр тотороҡлолоҡто һаҡларға булышлыҡ итһә лә, беҙ теләгәнсә әүҙем һәм ҡеүәтле үҫеш бирмәй.
Саммиттарға әҙерләнеүгә сығым сиктән тыш ҙур түгел. “Республика ике миллиард һум, Рәсәй аэродромды реконструкциялауға шул сама аҡса бүлде, эшҡыуарҙар ете ҡунаҡхана төҙөүгә 11 миллиард һум самаһы йүнәлтте. Дәүләт башлыҡтары осрашасаҡ Конгресс-холды реконструкциялау алдан уҡ күҙалланғайны, сөнки ул ярым буш торҙо, үҙ тәғәйенләнешен үтәмәне. Хәҙер был бинала төрлө кимәлдәге сараларҙы үткәрергә мөмкин. Беҙ шулай уҡ юлдарҙы яңырттыҡ, фасадтарҙы һәм биналарҙы төҙөкләндерҙек, — тине төбәк етәксеһе. — Үткән осорҙан айырмалы, беҙ үҙ-үҙебеҙгә бикләнмәнек, шуға күрә һөҙөмтә лә насар түгел. Инвестиция буйынса тәүге тиҫтә төбәк иҫәбенә индек”.