Декларацияға ҡул ҡуйыласаҡ08.07.2015
Декларацияға ҡул ҡуйыласаҡ Кисә, ШОС һәм БРИКС саммиттары башланырға бер көн алдан, Рәсәй Президенты советнигы Антон Кобяков журналистар менән осрашты. Ул оло йыйын сиктәрендә уҙасаҡ саралар планы менән таныштырҙы, ойоштороу комитетының эшен баһаланы, һорауҙарға яуап бирҙе.
— Тәү сиратта өфөләргә һәм шәхсән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт белдерәм, — тине Антон Анатольевич брифингты асып. — Өс йыл эсендә иҫ киткес ҙур эш башҡарылды. Бөгөн Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалалары менән бер рәттән, Рәсәйҙең яңы конгресс үҙәгенә әүерелде.
Саммиттарға килгәндә, Рәсәй Президенты советнигы мәртәбәле сараның бындай кимәлдә үтеүен тарихи ваҡиға тип баһаланы. Беренсенән, быйыл БРИКС йыйыны мәлендә тәүге тапҡыр Парламент, Эшлекле, Граждандар форумдары ойош­торол­ған. Ошо көндәрҙә генә Ҡазанда тәүге тапҡыр Йәштәр саммиты тамамланған. Ә иртәгә БРИКС саммитында ҡатнашыусы илдәр тәүгә профсоюз форумына йыйы­ласаҡ. Әйткәндәй, БРИКС илдәренең профсоюз ойошмалары лидерҙары менән Рәсәй Президентының осрашыуы ла көтөлә.
Ғөмүмән, баш ҡалабыҙҙа үтәсәк сам­миттарҙың саралар планы бик тығыҙ. Әйтәйек, БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуында сәйәси һәм дөйөм идара итеү мәсьәләләре, тотороҡло үҫеште тәьмин итеү проблемалары, берекмә эсендә үҙ-ара бәйләнеште киңәйтеү юлдарын тик­шереү күҙалланһа, Шанхай Хеҙмәт­тәшлек Ойошмаһы саммиты йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ. Бы­нан тыш, БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡти­сади союздарының дәүләт башлыҡтары ҡат­­наш­­лығында кәңәшмә, БРИКС-тың Эшлекле советы вәкилдәре осрашыуы, ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стра­­те­гияһын раҫлау ҡаралған. БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыусы сит ил дәүләт башлыҡтары менән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да шәхсән осрашыу­ҙары планлаштырылған.
— Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы сос­тавын киңәйтеү мәсьәләһе буйынса күптән һөйләшеүҙәр алып барыла. Бөгөнгә был йәһәттән ун бер ғариза ҡабул ителгән дә инде. Өфөлә иһә Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ағзалыҡҡа ҡабул итеү ғәмәлен башлау көтөлә, — тине Антон Кобяков.


***

Ошо уҡ көндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев менән осрашты.

Дмитрий Федорович республиканың ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек кимәлен юғары баһаланы.
— Республика етәкселегенә, барлыҡ командаға рәхмәт. Яуаплы һәм ауыр бурыс­ты намыҫлы атҡарып сыҡтылар. Ойош­тороу кимәле менән дәүләт башлыҡ­тары ла ҡәнәғәт ҡалыр тип ышанам. Һәр хәлдә беҙ бына нисәнсе көн инде баш ҡалағыҙҙың матурлығына, ҡунаҡсыллығы­на һоҡланып туя алмайбыҙ. Иң мөһиме, Өфө халыҡ-ара кимәлдә эшлекле осра­шыуҙар үткәреү майҙансығына әйләнгән, — тине ул.
Осрашыуҙа ҙур йыйынды уҙғарыу тәр­тибе, ойоштороу мәсьәләләре барланды.




Вернуться назад