“Йәйәү атлап”, алыҫ китмәбеҙ26.11.2011
Стәрлетамаҡта “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәләре” тигән форумды асыу тантанаһы булды. Мөһим сараны үткәреү урыны осраҡлы һайланмаған. Бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә был ҡалала иғтибар ҙур.
— Башҡортостан — Рәсәй иҡтисадының флагманы, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, форумды асып. — Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡуйылған маҡсаттарға тулыһынса өлгәшә алғаныбыҙ юҡ. Шуға күрә иҡтисадҡа, бигерәк тә бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡҡа, йәмғиәтте киңерәк йәлеп итеү хаҡында уйларға кәрәк.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙ әле был өлкәлә “йәйәү атлайбыҙ”. Ыңғай һөҙөмтәләр теләһәк, йүгереп ярышыусылар кеүек алға ынтылыу талап ителә, тине ул.
Президенттың әйткәндәре, һис шикһеҙ, дөрөҫ. Эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәр алдында күпме кәртә торғанын ишетеп, күреп беләбеҙ. Улай ғына ла түгел, сағыштырмаса уңышлы эшләп йөрөгәндәренә лә әленән-әле ҡаршылыҡтар табылып ҡына тора.
— Мин байтаҡ ваҡыт ауыл хужалығында үҙ кәсебем менән булышам, — ти Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылы фермеры Ҡасим Ишембаев. — Ләкин, күпме генә тырышһаң да, әлегә ҡәҙәр ергә аяҡты ныҡлап терәй алғаным юҡ. Рөстәм Зәки улы урындағы түрә-ҡараға дәғүәне бик дөрөҫ белдерҙе. Кәртәләрҙе юҡҡа сығарһалар, күпкә һөҙөмтәлерәк эшләй алыр инек.
Һуңғы бер-ике йылда был йәһәттән аныҡ һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Стәрлетамаҡта ла бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уларҙы иҡтисадтың яңынан-яңы тармаҡтарына йәлеп итеү өсөн маҡсатҡа ярашлы саралар күрелә. Һөҙөмтәләр ҙә төҫмөрләнә. Мәҫәлән, ҡалала үҙ эшен асырға теләүселәргә юридик ярҙам һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеүсе мәғлүмәт-консультация үҙәге асылған. Президент, үҙәк менән танышҡас, уларҙың эшенә ыңғай баһа бирҙе.
Ике көн дауамында форумда ҡатнашыусылар өсөн “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар үткәрелде. Сара һуңында “Йыл эшҡыуары-2011” конкурсының еңеүселәре бүләкләнде, Рәсәй әһәмиәтендәге “Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры” бәйгеһенең төбәк кимәлендәге еңеүселәре асыҡланды.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад