Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттар иғтибарына!08.07.2015
2006 йылдың 6 декабрендәге Һайлау тураһындағы 380-се Башҡортостан Республикаһы Кодексының 63-сө статьяһындағы 6-сы өлөшкә ярашлы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы 2015 йылдың 15 авгусынан 2015 йылдың 12 сентябренә тиклемге осорҙа һайлау алды агитацияһы материалдарын урынлаштырыу өсөн баҫма майҙан бүлеү хаҡында белдерә.
Аҙналыҡ түләүһеҙ баҫма майҙандың дөйөм күләме аҙналыҡ майҙандың 5 процентын йәки бер битте (2000 кв.см) тәшкил итә.
Түләүле аҙналыҡ баҫма майҙандың дөйөм күләме аҙналыҡ майҙандың 5 процентына йәки бер биткә (2000 кв.см) тиң.
Түләүле баҫма майҙандың хаҡы 1 квадрат сантиметр өсөн 100 һум 00 тин (өҫтәмә хаҡҡа һалымды индереп) тәшкил итә. Түләүле баҫма майҙан йәрәбә һөҙөмтәһенә ҡарап бүленә. Уның хаҡы махсус иҫәптәге һайлау фонды аҡсаһынан түләнә. Материалдар донъя күргәнгә тиклем ике көн алдан хаҡты 100 процент күләмендә түләү нигеҙендә баҫыла. Улар гәзит сыҡҡанға тиклем биш көндән дә һуңға ҡалмайынса тәҡдим ителергә тейеш.

Редакцияның адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат.
Е-mail: [email protected].
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 272-62-61.


Вернуться назад