Донъя йөгө кемдәр иңендә?04.07.2015
Был һорауға өҙөп кенә яуап биреү еңел түгелдер. Ихласлығын һалып эшләгән кешегә уның шөғөлө генә тормошта иң кәрәклеһе булып тойола. Ошо хеҙмәте булмаһа, был донъя төҫһөҙ ҙә, йүнһеҙ ҙә күренер һымаҡ. Табыныбыҙҙы көн һайын икмәк менән биҙәгән игенсе йәки балаларыбыҙға ғилем өләшкән мөғәллим, бер уйлағанда, көн итмешебеҙҙең нигеҙен тәшкил итә. Икмәкһеҙ, белемһеҙ ғүмер кисереү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта кемдер, ғаилә усағы булһын тип, йорт та төҙөргә тейеш, икенсе берәү күңел ризығы булырлыҡ йыр яҙырға...
Донъя ифрат күп яҡлы, тормош – мең йөҙлө. Берәүҙәр дарыу эшләгәндә, икенселәр ағыу әтмәләй, бер йортта һөйөп-хәстәрләп бала үҫтерһәләр, яҡындағы заводта әҙәмде үлтереү өсөн ҡорал сүкейҙәр. Эш менән ҡыйыш, төҙөлөш менән ҡыйралыш һәр даим йәнәшә йөрөй.
Ошо тынғыһыҙ заманда тирә-йүндәгеләрҙең хәсрәт-хәстәрҙәренә иғтибарлыраҡ булып, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, тәү ҡарашҡа күҙгә ташланып бармаған эштәрҙе лә күтәреп йәшәйһе ине. Донъя бит сәйәси низағтарҙан йә осһоҙ-ҡырыйһыҙ телесериалдарҙан ғына тормай.
Журналист хеҙмәтенә беҙҙең йәмғиәттә бигүк хөрмәт булмаһа ла, яҙышҡан кешенең дә үҙ даланы бар. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тигәндәй, юлдар беҙҙе ғәжәпләнерлек ваҡиғалар, күңелдә мәңгегә ҡалырлыҡ шәхестәр, ғибрәт алырлыҡ хәлдәр менән осраштыра. Ул осрашыуҙар һәм танышлыҡтар, ваҡыт үтә килә романтик төҫтәр алып, яңыса баһалана. Кешенең ҡәҙерен йәшәй-йәшәй генә аңлаған кеүек, уның хеҙмәтен дә, тырышлығын да, маһирлығын да башҡалар менән йәнәшә ҡуйғанда беләһең. Үҙ ғүмеремдә мин атаҡлы игенселәр, төҙөүселәр, металлургтар, урмансылар, уҡытыусылар, табиптар һәм башҡа бик күп һөнәр кешеләре менән осраштым. Осрашыу таныштырһа, танышыу йыш ҡына дуҫлыҡҡа әйләнеп киткән саҡтар булды. Быныһы айырыуса ҡәҙерле.
Кемдер кеше күҙенә билдәле артист менән йәнәшә күренеүенә ғорурланһа, икенселәр ҙур түрәләр тирәһендә сыуалһа, өсөнсөләр төймәләй генә уңышын да дөйәләй итеп ҡабартыуға махсуслаша. Был да һәр кемдең зыялылыҡ һәм әҙәп дәрәжәһенән. Шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа эшен шау-шыуһыҙ, әммә бар булмышын һалып башҡарған бик күп кешеләр йөрөй. Гонаһҡа ҡаршы, күп осраҡта беҙ уларҙы күрмәй ҙә үтәбеҙ, ул кешеләрҙең орден-миҙалдары, маҡтаулы исемдәре түгел, йыш ҡына йүнле хеҙмәт хаҡы ла, торлағы ла булмай. Ләкин ошо ябай ватандаштарыбыҙ үҙ бурыстарын иң мөһим эш күреп башҡара.
Беҙҙең йорттоң тирә-яғын Изидә Насирова атлы мөләйем йөҙлө, ипле һүҙле ханым йыйыштыра. Подъезға, һәр ҡаттағы тәҙрә төптәренә гөлдәр ултыртыу уның вазифа бурысына, моғайын, инмәйҙер. Ә улар, Изидәнең йылмайыуы булып, ҡышын да сәскә атып ултыра. Уның бит төп хеҙмәте еңел түгел. Йорт тирәһендәге бөхтәлеккә ҡар-фәлән генә йоғонто яһамай. Үҙебеҙ ҙә тәртипһеҙ. Йыйыштырыусы ханымдың хәле балкондарҙан ташланған тәмәке төпсөктәрен йыйып, стенаға һыҙғыланған граффити “әҫәрҙәре” менән көрәшеп бөтә. Халыҡ иртән күҙен асмаған, ә Изидә өй тирәһендә мәж килә: һеперә, көрәй, һөртә, хәлеңде белешергә лә, кәңәштәр бирергә лә, һуңғы хәбәрҙәрҙе еткерергә лә өлгөрә. Бына шундай уңған ҡатындың, дөрөҫөрәге, йорт хужабикәһенең хәстәрҙәре менән йәшәп ятабыҙ. Хоҙай уға именлек, һаулыҡ, бәхет бүләк итһен.
Бер йылды яҙ Бөрйән яҡтарына юл төштө. Апрель. Шағир әйтмешләй, тәбиғәттең кәләш кенә сағы етә. Йылы бер кис. Ауылдарҙы гиҙеп, талсығып, Иҫке Собханғолға Ағиҙел яры буйлап үткән матур юлдан килеп индек. Боҙо төшһә лә, йылға әле ярһыуланып өлгөрмәгән, шулай ҙа тулҡындарын берсә ҡаршылағы ҡая таштарға һуға, берсә һөҙәк ярҙың бейеклеген һынап ҡарай. Был мәлдә оло юлда ла машина-фәлән һирәк. Юл ситендәге олпат ҡиәфәтле, шаҡтай олоғайған ир менән ҡатын миңә таныш тойолдо. Туҡтағым килде. Күңелем дөрөҫ һиҙгән икән: алдымда тормош иптәше менән Бөрйәндең иң оло табибы Рәхимйән ағай Вәлиуллин баҫып тора. Көтөлмәгән булһа ла, осрашыу бик ҡыуандырҙы. Рәхимйән Хаммат улын байтаҡтан беләм, уның Бөрйән халҡын сәләмәтлән­дереүҙәге хеҙмәттәре тураһында хәбәрҙармын.
Ғөмүмән, был төйәктәге һаулыҡ һаҡлау селтәренең үҫеү тарихы тәфсилләп һөйләүгә лайыҡ. Уҙған быуаттың 20–30-сы йылдарында халыҡ араһында төрлө хәүефле ауырыуҙар таралып киткәс, һәм урында уның менән көрәшеү мөмкинлеге булмағас, Бөрйәнгә Ленинградтан, Мәскәүҙән табиптар бригадалары килеп йөрөгән. Ә инде офтальмолог-табип Афзал ағай Ҡарағолов ошо яҡта юғары медицина белеме алған тәүге кеше булған.
Мин Ағиҙел ярында осратҡан Рәхимйән ағай — һуңыраҡ быуын вәкиле. Ул районға 60-сы йылдар аҙағында килгән. Әммә Рәхимйән Вәлиуллин да тәүгеләрҙән. Хирургияла. Сәләмәтлеген ул ҡай­тарған кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Хатта Бөрйәндең самалы ғына шарттарында ла Рәхимйән Хаммат улы уникаль операциялар башҡарған. Ә инде уның медицина белемен таратыуға, сәләмәт тормош өсөн көрәшкә биргән көсөн ни менән баһалайһың? Оҫта табип, әлбиттә, ҙур дауаха­наларға, ҡалаға китеп тә эшләй алыр ине, ләкин Бөрйәненә тоғро ҡалған. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигының тиҫтәләрсә йыллыҡ эшен улы, медицина фәндәре кандидаты Данияр Вәлиуллин дауам итә.
Тауҙар яғына юл төшкәс, ошо тарафтағы тағы бер ғаиләгә һуғылып сығайыҡ әле. Белорет райо­нының Үткәл ауылында, Үҙәнбаш ҡасабаһынан үҙәккә ҡарай үткән юл эсендә гүзәл бер өй тора. Уны ошо ауылдан Ирғәле Йомағужин күтәргән. Беләм ул егетте. Республиканы айҡап йөрөп, оҫта кешеләрҙе байтаҡ осратҡан булды, иллә мәгәр Ирғәлегә еткәндәр һирәктер. Кемдер ағас эшенә оҫта була, икенселәр төрлө машиналарҙы яҡшы белә, өсөнсөләр ҡойоп ҡуйған төҙөүселәр, дүртенселәр... Юҡ, һанамайыҡ, Йомағужиндың һәләттәрен, ул белмәгән нәмәләрҙе иҫәпләү еңелерәк. Төп һөнәре буйынса Ирғәле – йылытыу һәм сантехник ҡоролмаларҙы монтажлаусы. Ғәмәлдә иһә нимәгә тотонһа ла эшләй. Юҡ, эшләй генә түгел, ул — бер юлы конструктор ҙа, архитектор ҙа, рәссам да, механик та, электрик та. Ирғәленең ҡулы һәр әйберҙең заводта еткерелмәгәнен дә теүәлләп, камиллаштырып ҡуя. Ә юғарыла телгә алынған йорто... Ундағы уңайлыҡтар ҡала фатирҙарында юҡ, ә ихатаға сыҡтыңмы — ауыл, тәбиғәт хозурлығы. Ирғәле Йомағужин һәр нәмәнән йәм һәм зауыҡ табып, ғаилә тормошон ысын ижад һәм ләззәт итеп йәшәй.
Ниһайәт, күңел сәфәрҙәрем мине Сөн буйына, Илеш районының Аҡкүҙ ауылына, алып килде. Хәйер, Илешкә килһәм, гел ошонда тартылам мин. Бында “Сөн” ауыл хужалығы кооперативын республикала иң уңған рәйестәрҙең береһе Фәғитйән Зарипов етәкләй. Хужалыҡтағы һоҡландырғыс эштәр тураһында һөйләргә тел ни ҡәҙәр генә ҡысытмаһын, теләкте ихтыярһыҙлап, Фәғитйән Ғәзизйән улы һәм райондың “Маяҡ” гәзитенең әүәлге мөхәррире Айһылыу Хәйретдинова менән идараға ҡаршы ғына күркәм йортҡа инеп сығырға булдыҡ. Унда ғүмеренең тиҫтәләрсә йылын урманға бағышлаған Әхнәф ағай Миңлекәев йәшәй.
Ихата – гөл-баҡса. Әкиәт һарайы кеүек йорт, йәшеллек араһында тағы әллә ниндәй ҡаралтылар күренә. Әхнәф ағай нимәлер эшләп булыша. Һөйләшеп киттек. Ағай урмансы булып утыҙ ике йыл эшләгән. Ә иң мөһиме – беҙҙе ихата артынан башланған текә тау битенә ултыртылған ағаслыҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Тотош урман! Зарипов, иҫәп-хисап мәсьәләһендә үткер кеше, һанарға тотондо. Әлбиттә, иҫәпләүҙәрҙең теүәллеген асыҡлау ауыр, ләкин, уныңса, Әхнәф ағай йыл һайын 35 гектар майҙанда ағас ултыртҡан. Өс тиҫтәнән күберәк йыл эсендә ағастар һаны алты миллион төпкә барып баҫҡан. Быныһы бер булһа, Миңлекәев, пенсияға сыҡҡас, ташландыҡ урында биш мең төптән күберәк ҡайын, ҡарағай, 460 төп еләк-емеш ҡыуаҡтары ултыртҡан. Хәҙер Аҡкүҙ тирәһендәге ағаслыҡты “Миңлекәев урманы” тиергә лә ярайҙыр.
Йә, шунан, донъя йөгөн кемдәр күтәреп бара? Эйе, дан артынан ҡыумаған, әммә еребеҙҙе данлаған, тормошобоҙҙо йәмләгән ябай кешеләр.


Вернуться назад