Тарихыбыҙ — мәҙәни мираҫтарҙа03.07.2015
Рөстәм Хәмитов “Россия-Культура” телеканалы күҙәтеүсеһе Владислав Флярковский менән осрашты. Телеканалдың республика Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы тергеҙелгән төбәк тапшырыуҙарын башлап ебәрәсәк әңгәмә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында үтте.
Концерт залы бинаһы эстетикаһына килгәндә, Рөстәм Хәмитов совет архитектураһы үҙенсәлектәренең бер өлөшө һаҡлап ҡалыныуы хаҡында белдерҙе.
– Ҡаланың боронғо, күптән тарихта ҡалған мәҙәниәтен һаҡлау беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Өфө урамдары буйлап үткәндә ХIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында һалынған байтаҡ йортто күрергә мөмкин. Бөрө, Стәрлетамаҡ кеүек элекке сауҙа ҡалаларын да телгә алырға кәрәк, — тине төбәк етәксеһе. — Беҙ уларҙы һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Әлбиттә, еңел түгел, шулай ҙа боронғо, иҫке биналарға яңы мәҙәни элементтар өҫтәп, күркәм, мөһабәт, кешеләргә кәрәкле объекттарҙы сафҡа индерәбеҙ. Әлеге сәйәсәтебеҙ ошоға ҡоролған.