Былтырғы Дәүләт Думаһына һайлауҙан һуң, уның һөҙөмтәләренә ризаһыҙлыҡ белдереп, халыҡ урамға сыҡты, митингтар ойошторҙо. Үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер һайлау участкаларында, партияларҙан күҙәтеүселәр булыуға ҡарамаҫтан, тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан иткәндә, протоколдарға теркәгәндә, ысынбарлыҡты боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуйылған. Ошоға бәйле Өфөлә “Иң ғәҙел күҙәтеүсе” исеме аҫтында акция башланды. Уны хоҡуҡ яҡлаусы Эдвард Мурзин етәкселегендәге инициатив төркөм ойошторған.
– 4 марттағы һайлау беҙҙең йәмәғәтселектең артабанғы биш йылда нисек йәшәйәсәген билдәләйәсәк. Шуға күрә әһәмиәтле сараның ғәҙел үтеүе бик мөһим, – тине Э. Мурзин, матбуғат конференцияһында сығыш яһап. – Рәсәйҙә эш шулай ҡоролған: һайлауҙа күҙәтеүсе сифатында берәй партияның йәки кандидаттың вәкилдәре генә ҡатнаша. Ошондай хәлдә сараның ғәҙел үтеүе бик шикле, сөнки күҙәтеүселәр кемдеңдер мәнфәғәтен яҡлай, тимәк, ҡайһы бер етешһеҙлектәргә күҙ йомоуҙары ла ихтимал. Улар өсөн еңеү, аҡса мөһимерәк. Шуға күрә беҙ һайлау барышын бойондороҡһоҙ кешеләр күҙәтеүен теләйбеҙ.
Ирекле күҙәтеүселәрҙе күберәк йәлеп итеү өсөн ойошторолған да инде был акция. Э. Мурзиндың фекерҙәше Дмитрий Чувилин белдереүенсә, сәйәси партияларҙың күҙәтеүселәренән айырмалы, халыҡ күҙәтеүселәре бер яҡтың да мәнфәғәтен яҡламаясаҡ. Улар 4 марттағы һайлауҙа журналистар сифатында (ниндәйҙер баҫма таныҡлыҡ бирергә ризалыҡ биргән дә инде) ҡатнашып, сараның барышы, ундағы закон боҙоуҙар тураһында хәбәр итеп торасаҡ, ә акцияны ойоштороусылар мәғлүмәттәрҙе көнөндә үк сайтҡа ҡуясаҡ. Шулай итеп, ике маҡсатҡа – бойондороҡһоҙлоҡҡа һәм халыҡты мәғлүмәт менән тиҙ таныштырыуға – өлгәшергә ниәт тота был төркөм. Ирекле күҙәтеүселәргә эш хаҡы түләнмәйәсәк, сөнки ойоштороусыларҙың быға аҡсаһы юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, улар акцияның халыҡ яғынан ҙур яҡлау, аңлау табыуына өмөтләнә. Тағы шуныһы: Э. Мурзин һәм уның фекерҙәштәре үҙҙәренең тәҡдиме менән әлегә республиканың да, ҡаланың да комиссияларына сыҡмаған.
Ф. ҠАРАНОВ.