Прохановты нимә ҡыҙыҡһындыра?30.06.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республикабыҙға эш сәфәре менән килгән билдәле яҙыусы һәм публицист, “Завтра” гәзитенең баш мөхәррире Александр Проханов менән осрашты.
Константин Толкачев ҡунаҡҡа Башҡорт­остандағы социаль-иҡтисади хәл, рес­публи­каның илдәге күп милләтле төбәк­тәрҙең береһе булыуы хаҡында һөйләне. Спикер парламентта закон сығарыу эшмәкәрлегендәге яңылыҡтарҙы, сәнәғәт сәйәсәте, алкоголле энерге­тиктарҙы тыйыу, халыҡ дружиналары тураһындағы закондарҙы телгә алды.
Александр Проханов Өфөгә беренсегә генә килмәүен белдерҙе һәм ҡаланың күркәмләнеүен билдәләне. Ҡунаҡ ауыл хужалығын үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларының эше менән ҡыҙыҡһынды.



Вернуться назад