Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Бында ул 1-се ҡала дауаханаһының яңы хирургия бүлексәһен асыу тантанаһында ҡатнашты, ошо төбәктәге “Өйәҙе-Тау” тау саңғыһы комплексының инфраструктураһы менән танышты.
1-се ҡала дауаханаһының хирургия бүлексәһе бынан өс йыл элек яңыртыла башлағайны. Уның заманса яңы бинаһын төҙөүгә ҡала һәм республика бюджеттарынан барлығы 156 миллион 450 мең һум аҡса бүленгән. Подрядсыларҙың тырышлығы менән медицина хеҙмәткәрҙәренең күптәнге хыялы, ниһайәт, тормошҡа ашты. Республиканың көнбайыш төбәгендә бындай мөһабәт медицина объекттары төҙөлгәне юҡ ине әле. Яңы хирургия комплексына федераль бюджет иѕәбенә 48 миллион 653 мең һумлыҡ медицина ҡорамалдары ҡайтарылған. Белгестәр әйтеүенсә, яңы хирургия комплексы дауалау сифатын федераль стандарт кимәленә еткереүгә булышлыҡ итәсәк.
Бөгөн республиканың ошо төбәгендә район-ара медицина үҙәгенә әйләнгән ҡалала дауаханаларҙы яңыртыу һәм төҙөкләндереү бының менән генә сикләнмәйәсәк. Төҙөүселәр тиҙҙән хирургия бүлексәһенең тағы бер корпусында ремонт эштәренә тотонасаҡ. Тармаҡта мәғлүмәт технологияларын индереү ҙә иғтибар үҙәгендә. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә барыһы ла ал да гөл түгел. Был тәү сиратта юғары квалификациялы кадрҙарҙың етешмәүенә бәйле. Әле дауаханаларҙың табиптар менән тәьмин ителеше 65 проценттан артмай.
Башҡортостан Президенты яңыртылған хирургия бүлексәһендә заманса ҡорамал менән йыһазландырылған бүлмәләрҙе ҡараны. Аппарат бүлмәһендә уға телекүпер аша Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары менән видеоконференция үткәреү мөмкинлеген күрһәттеләр. Һуңынан ул Октябрьский медиктары менән йәнле әңгәмә ҡорҙо.
– Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе беҙҙең социаль сәйәсәттә өѕтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Һуңғы осорҙа уның менән ныҡлап шөғөлләнә башланыҡ. Тармаҡты яңыртыуға республикала ике йыл эсендә генә 15 миллиард һум аҡса һалынасаҡ. Октябрьскийҙа яңы хирургия комплексын сафҡа индереү билдәләнгән программаны бойомға ашырыуҙа тәүге аҙымдарҙың береһе булып тора. Тармаҡты яңыртып, беҙ медицинала юғары технологияларҙы индереүгә киң юл асабыҙ, – тине Президент.
Октябрьский медиктарының ҡыуанысын уртаҡлашҡандан һуң Рөстәм Хәмитов ҡала янындағы “Өйәҙе-Тау” тау саңғыһы комплексын ҡараны. Заманса ҡоролманы төҙөүгә 150 миллион һум күләмендә инвестиция һалынған. Бында тау саңғысылары өсөн алты трасса эшләй. Комплекс биләмәһендә 200 урынлыҡ бөтөн уңайлыҡтары булған ҡунаҡхана төҙөлгән. Яңыраҡ асылған спорт мәктәбендә әле һәләтле 65 бала шөғөлләнә. Хәҙер Октябрьскийҙа фристайл буйынса Рәсәй беренселегенә ярыштар ҙа үткәрелә. Ошо көндәрҙә генә илдең төрлө төбәктәренән килгән йәш спортсылар саңғы акробатикаһында үҙҙәренең оѕталығын күрһәткән. Ай аҙағында “Өйәҙе-Тау” комплексында тау саңғыһы һәм сноуборд буйынса II Бөтөн Рәсәй универсиадаһы үткәреләсәк.
Республика Президенты Октябрьскийҙа тау саңғыһы үҙәгенең үѕеш перспективаһы менән яҡындан танышты, тәбиғи мөмкинлектәрҙе файҙаланып, чемпиондарҙы үҙебеҙҙә тәрбиәләү өсөн спорт клубтарының эшен яҡшыртыу тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Миҙхәт Шәрипов