Эшҡыуарлыҡ һаман алға бармай...30.06.2015
Был күңелһеҙ һығымтаны Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин депутаттар алдында сығыш яһағанда ишеттерҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышында, ғөмүмән, бер нисә тиҫтә закон проекты ҡабул ителде, докладтар тыңланды, судьялар һайланды һәм федераль ҡануниәткә тәҡдимдәр индерелде.

– Ергә һәм мөлкәткә бәйле документтар юллауҙың ауырлығы, төрлө кимәлдәге түрәләр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан эҙәрлекләүҙәр, рөхсәт алыуҙағы кәртәләр эшҡыуарлыҡты йылдам үҫтерергә мөмкинлек бирмәй, – тине Рафаил Вәғит улы. – Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү күрһәтеүенсә, эшҡыуарҙарҙың 57,7 проценты административ ҡаршылыҡтарҙы “бик юғары кимәлдә” тип баһалай. Беҙгә йүнселдәрҙән килгән ялыуҙарҙың сирек өлөшө рейдерлыҡ күренешенә һәм эҙәрлекләүгә бәйле. Шәхси милектәге ойошмалар етәкселәренең өстән ике өлөшө власть органдары менән “формаль булмаған” мөнәсәбәттә тороуын, йәғни эште ришүәт аша хәл итеүҙәрен таный. Уларҙың үҙҙәренә лә, түрәләргә лә отошлолор ҙа ул, тик дәүләт бит зыян ғына күрә.
Һуңғы осорҙа сауҙа үҙәктәрендәге идарасы компанияларға ҡарата ялыуҙар ҙа күбәйгән, сөнки аренда хаҡы арта. Ҡала маршруттарында автобусты рөхсәтһеҙ йөрөтөүселәр, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, өҫтөнөрәк хәлдә: улар штраф түләп кенә ҡотола, ә лицензияға эйә булған транспортсылар өсөн һәр төрлө һалым һәм түләүҙәр был сумманан байтаҡҡа күберәк... Рафаил Ғибәҙуллиндың әйтеүенсә, үҙҙәрен эш менән тәьмин итеүселәрҙән, йәғни кәсепселәрҙән социаль иғәнә түләтергә ҡарар итеү хаталы аҙым булып сыҡты: былтыр беҙҙең республикала шуның арҡаһында ғына туғыҙ меңдән ашыу кәсепсе “юғалған”. “Әлбиттә, улар бер ҡайҙа ла китмәгән, шул уҡ шөғөлөн дауам итә, тик рөхсәтһеҙ генә”, – тине Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлаусы вәкил.
Бынан тыш, депутаттар Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленконың докладын тыңланы. Ул 2014 йылда ауыл хужалығын үҫтереү һәм аҙыҡ-түлек баҙарының эшен көйләү буйынса дәүләт программаһының үтәлешенә арналғайны (был докладтың йөкмәткеһе тураһында гәзитебеҙҙең 19 июнь һанында яҙғайныҡ инде). Ауыл хужалығы – ҡатмарлы ла, беҙҙең халыҡ хужалығы өсөн үтә мөһим дә тармаҡ. Шуға күрә Николай Анатольевичҡа депутаттарҙың һорауы күп булды: йәштәрҙе ауыл еренә эшкә барырға ҡыҙыҡһындырыусы саралар нисек үтәлә, райондарҙа белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү эше нисек ойошторолған, яңы төҙөлгән ҡайһы бер мал һимертеү комплекстарының буш тороуы маҡсатҡа ярашлымы?..
– Беҙ мәктәп ашханаларына рейд үткәргәндә итте Мәскәү өлкәһенән ташыуҙарын күреп ғәжәпләндек, – тине депутат Эльвира Айытҡолова. – Ә бит үҙебеҙҙең республикала яҡшы сифатлы күпме ит етештерелә... Дауаханалар буйынса ла шуны уҡ әйтергә мөмкин.
– Белем биреү ойошмалары аҙыҡ-түлек һатып алыуға тендер үткәргәндә документтарҙы беҙгә ҡулай итеп әҙерләмәй, һөҙөмтәлә уларҙың ашханаһына сит өлкәләрҙән түбән сифатлы һәм шул сәбәпле арзанайтылған ризыҡ килеп эләгә, – тип аңлатты министр.

Депутаттар ҡараған закон проекттарының иң мөһимдәре:
* “Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү
Әлеге ваҡытта был пособиены йән башына килеме 7 мең 158 һумдан артмаған ярлы ғаиләләр ала. Быға саҡлы пособие түләгәндә ата-әсәнең мәшғүл булыу-булмауына ҡарамайҙар ине. Яңы проект бала йәшәгән ғаиләлә хеҙмәткә яраҡлы һәр кемдең эшләүен йәки уҡыуын талап итә.
* “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү
Торлаҡҡа мохтаж тип танылған граждандарға бынан ары социаль тәғәйенләнештәге торлаҡ фондынан ваҡытлыса йәшәү майҙаны бирелә ала. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органы уны ошо ғаиләгә кәмендә бер йылға тапшырып ҡуйырға бурыслы, ләкин килешелгән осор 10 йылдан да артмаҫҡа тейеш.
* “Башҡортостан Республикаһында выждан азатлығы һәм дин тотоу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү
Яңы проект дин ҡанундарын үтәү, төрлө дини йолаларҙы башҡарыу урындарын аныҡлай. Закон буйынса бындай саралар ғибәҙәтханаларҙа һәм улар ҡарамағындағы майҙанда ғына тотҡарлыҡһыҙ үткәрелә аласаҡ, ә башҡа урындарҙа митингтар һәм демонстрациялар ойоштороу хаҡындағы ҡануниәт талаптарына яуап бирергә тейеш.
* “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү
Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнеүсе предприятиелар алған кредит (заем) буйынса проценттарҙың бер өлөшөн республика бюджетынан ҡаплатыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.


Вернуться назад