Өсөнсө таяныс нөктәһе30.06.2015
(Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “BRICS” журналына интервьюһы)
Быйыл йәй Өфө бер нисә көнгә БРИКС һәм ШОС-тың баш ҡалаһына әүерелеп, ошо берекмәләрҙәге дәүләт башлыҡтары саммиттарын ҡабул итәсәк. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов, мөмкинлектән файҙаланып, сит ил инвесторҙарында ҡалаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға, шулай уҡ region-to-region юҫығында халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идеяһын танытырға ниәтләй.


– БРИКС һәм ШОС халыҡ-ара саммиттарын ниңә тап Башҡортостанда үткә­рергә ҡарар иттеләр? Ошо ваҡиғаларға бәйле республика ниндәй һөҙөмтәгә өлгә­шеүҙе күҙаллай?
– Бындай саммиттарҙы ҡабул итеү — беҙ­ҙең өсөн ҙур мәртәбә. Шуға күрә әһәмиәтле халыҡ-ара форумдарҙы юғары кимәлдә ойоштороу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Ниңә уларҙы Өфөлә үткәрергә ҡарар иттеләрме? Ошондай тәҡдим менән Президентҡа мөрәжәғәт иттем һәм Владимир Путин “Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы ҡунаҡсыл хужабикә бурысын яҡшы үтәйәсәк” тигән ышаныс менән башлан­ғы­сымды хуплап сыҡты.
Әлбиттә, республикабыҙ дан ҡаҙанған барлыҡ яҡшы күренештәрҙе күрһәтеү мөмкинлеген файҙаланырға, үҙебеҙҙе юғары иҡтисади ҡеүәткә эйә булған, БРИКС һәм ШОС ойошмаларында ҡатнашҡан илдәрҙең инвесторҙары һәм эшҡыуарҙары менән киң хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ, йылдам үҫешеүсе төбәк булараҡ танытырға тырышасаҡбыҙ.
– Уҙғарыласаҡ сараларҙа биш меңгә яҡын ҡунаҡтың ҡатнашыуы көтөлә. Ҡала улар­ҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйәме? Саммиттарға әҙерлек осоронда Өфөлә ниндәй яңы инфраструктура объекттары барлыҡҡа килде?
– Иң мөһим бурыстарҙың береһе аэропортты яңыртыу ине. Беҙ уны уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ: икенсе осош-ултырыш һыҙаты төҙөкләндерелде. Хәҙер ул ауырлығы 200 тоннанан ашыу булған самолеттарҙы ҡабул итерлек. Бөтөн донъя стандарттарына тура килгән һәм пассажирҙар өсөн ҙур уңайлыҡтар тәьмин иткән өр-яңы халыҡ-ара терминал төҙөлдө. Һөҙөмтәлә сит илгә сығыусы 800 пассажирҙы бер сәғәт эсендә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге тыуҙы.
Саммиттар Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы айҡанлы 2007 йылда төҙөлгән Конгресс-холда үткәреләсәк. Беҙ ул ҡоролманың эш киңлеген яңырттыҡ. Концерт залдарын, Өфө дәүләт опера һәм балет театрын, юлдарҙы һәм урамдарҙы рекон­струк­циялауға кил­гәндә, был эш күптән планлаштырылғайны, улар саммиттарға бәйле түгел. Ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу ошондай ҙур күләмле сараға тура килде. Ниһайәт, саммиттарға әҙерлек барған ике йылда шәхси инвесторҙар Өфөлә өр-яңы ете ҡунаҡхана, шул иҫәптән “Hilton”, “Holiday Inn”, “Sheraton” кеүек бөтөн донъяға билдәле брендтарҙың объекттарын төҙөнө. Бер отель биләмәһендә тәүлек әйләнәһенә бизнес үҙәге эшләйәсәк. Бында эшлекле һөйләшеүҙәр, конференциялар ойоштороу, рәсми ҡабул итеүҙәр өсөн шарттар тыуҙырылған. Тимәк, июлгә беҙ тулыһынса әҙер буласаҡбыҙ.
Минеңсә, иң мөһиме – тәртипкә килте­релгән, уңайлы ҡала мөхите барлыҡҡа килә. Йорттарҙың фасадтарын таҙарттыҡ, скверҙар һәм бульварҙар булдырҙыҡ, ихаталарҙы һәм юлдарҙы төҙөкләндерҙек. Ҡала яңырҙы, күркәмләнде. Өфөләргә һәм ҡунаҡтарға бында йәшәү һәм эшләү бик оҡшаясаҡ. Әлбиттә, ҡала, ауылдарҙы төҙөкләндереү эшен саммиттарҙан һуң да дауам итәсәкбеҙ. Ниәттәребеҙ ҙур.
– Саммиттарҙан һуң был инфраструктураны кем файҙаланыр?
– Объекттар буш тормаясаҡ. Рәсәйҙең ШОС һәм БРИКС-та рәйеслегенә ярашлы быйыл ғына бер нисә әһәмиәтле ваҡиға булыуы көтөлә. Көҙ Башҡортостан Республикаһы президенттар етәкселегендә “Рәсәй–Ҡаҙағстан” төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын ҡабул итәсәк. Өфөлә халыҡ-ара дуҫлыҡҡа ярашлы төбәк кимәлендәге бәйләнештәр өсөн даими эшләгән майҙансыҡ асыу күҙҙә тотола. Ошо рәүешле ШОС һәм БРИКС илдәренең сәйәси бәйләнешен “түбәндән” нығыта башлаясаҡбыҙ. Президент был идеяны хупланы, шуға күрә яңы объекттарҙың тулыһынса файҙаланы­лырына шик юҡ.
– Саммиттар осоронда ирекмәндәрҙе нисек йәлеп итергә йыйынаһығыҙ?
– Улар делегацияларҙы ҡаршы аласаҡ һәм оҙатып йөрөйәсәк. Республика, ил халҡында саммиттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Күптәр ошо ваҡиғала туранан-тура ҡатна­шырға, уны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә теләй. Ирекмәндәр туплау хаҡында иғлан иткәс, 10 меңгә яҡын кеше ғариза бирҙе. Улар араһында йәштәр генә түгел, пенсионерҙар ҙа, башҡа төбәктәрҙә йәшәгәндәр ҙә, хатта сит ил граждандары ла бар. Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем алған Ҡытай, Иран, Һиндостан, Төркиә, Африка һәм БДБ илдәре студенттары саранан ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә 3,5 меңдән ашыу кеше дистанцияла уҡыу һәм әңгәмәләшеү үтте, шулар араһынан 500 кеше һайлап алынды, тағы ла 300-ө резервҡа индерелде. Йәштәрҙең күбеһе инглиз телендә иркен һөйләшә, ҡайһы берәүҙәр ҡытай телен белә. Тимәк, ҡунаҡтар менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡ булмаясаҡ.
– Форталезала үткән БРИКС илдәренең Эшлекле форумында төбәк-ара хеҙмәттәш­лекте мөһим йүнәлеш сифатында айырып билдәләп, region-to-region форматын бул­ды­рырға тәҡдим иткәйнегеҙ. Үҙ-ара бәй­ләнештең бындай алымы ниндәй мөм­кин­лектәргә эйә? Бөгөн респуб­ликаның Европа һәм Азия иҡтисади союзы, БДБ илдәре, БРИКС, АТЭС һәм ШОС составына ингән партнер илдәрҙең төбәктәре менән мөнәсәбәттәре нисек үҫә?
– Бөгөнгө тормош үҙе үк төбәк-ара хеҙмәт­тәшлек мәсьәләләре менән шөғөлләнергә мәжбүр итә. ШОС һәм БРИКС илдәре етәк­селәре, ҙур эшҡыуарлыҡ кимәлендә бәйләнеш­тәрҙең яйға һалыныуын, ә төбәктәр күләмендә бындай эштең тормошҡа ашырылмауын күрәһегеҙҙер. Шул уҡ ваҡытта тап R2R форматы биләмәләрҙе үҫтереү өсөн инвестиция йәлеп итергә һәләтле, ул ҙур компа­нияларҙың ғына түгел, шулай уҡ бәләкәй, урта бизнестың тырышлығын берләштереү, ШОС һәм БРИКС илдәре эшҡыуарҙары ҡатнаш­лығында клас­терҙар төҙөү мөмкинлеген бирәсәк. Асылда иһә R2R форматы тотош ШОС һәм БРИКС, шулай уҡ һәр ил үҫешендә дәүләт-ара мөнәсәбәттәр, ҙур бизнестың хеҙмәттәшлеге менән бер рәттән, өсөнсө таяныс нөктәһенә әүерелергә тейеш.
Мәҫәлән, әле Башҡортостан Ҡытай төбәк­тәре менән ҙур эш алып бара, Цзянси, Ляонин провинциялары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Былтыр ғына Ҡытай етәкселеге һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре менән 15-кә яҡын осрашыу үткәрелде, ҠХР-ҙа Башҡорт­остан Республикаһы бизнесы көндәре ойош­торолдо. Һиндостан, Иран, Белоруссия, Төркиә, Шри-Ланка төбәктәре менән хеҙмәт­тәшлек тураһындағы килешеүҙәр бар. Беҙ ШОС, БРИКС кимәлендә мөнәсәбәттәрҙең яйға һалыныуын көтөп тормайынса эште баш­ланыҡ. Яңы предприятиелар, эш урындары барлыҡҡа киләсәк, берлектәге эшмәкәрлек ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был, һис шикһеҙ, илебеҙҙең ҙур баҙарҙағы дәғүәселеккә һәләтен арттырасаҡ.
– Башҡортостанда БРИКС илдәре компанияларының ниндәй ҙур проекттары тормошҡа ашырыла? Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән Һиндостандың “Hindustan Aeronautics Limited” (HAL) компанияһының “Су-30” самолеттары өсөн турбореактив двигатель етештереү буйынса партнер­лығы һөҙөмтәле үҫәме?
– Әле Ҡытай компаниялары менән берлектә тиҫтәнән ашыу инвестиция проекты төрлө стадияла ғәмәлгә ашырылып килә. Улар Ишембайҙа ҡорос прокаты заводын төҙөүгә, ауыр быраулау ҡоролмалары етештереүҙе яйға һалыуға, яңы теплицалар, бойҙайҙы тәрән эшкәртеү комплексы асыуға ҡағыла. Йәғни ике, күп тигәндә өс йылдан республикабыҙҙа бер нисә уртаҡ предприятие эш башлаясаҡ.
Һиндостанда Өфө мотор эшләүселәре Корапуталағы HAL корпорацияһы бүлексә­һендә “Су-30” реактив самолеттары өсөн двигателдәрҙе лицензиялы етештереүҙе ойошторҙо. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ярҙамында Һиндостан белгестәре агрегат­тарҙы йыйыуҙың дүрт фазаһын үҙләштерҙе, әле бишенсеһе буйынса эш бара. Улар двигателдәрҙең 280 технологик комплектын етештереп тә өлгөргән. Лакнауҙа тағы ла бер производство асылды, унда яғыулыҡ автома­тикаһы агрегаттары йыйыла.
Бынан тыш, Һиндостан бишенсе быуын самолеты өсөн двигателде бергә эшләргә тәҡдим итә. Өҫтәүенә уны финанслауҙа ғына түгел, проектлауҙа, йыйыуҙа һәм һынауҙа ла ҡатнашырға әҙер. Был – бик яҡшы мөмкинлек.
– Бразилияның “Marcopolo” пассажир­ҙар транспорты етештереү предприятиеһы менән автобустар сығарыу проекты нисек тормошҡа ашырыла?
– Нефтекамала “Marcopolo” менән “КамАЗ” “Bravis” автобустарын етештереү буйынса берлектәге предприятие асты. Импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән эш барышында комплектлау өлөштәренең 90 проценты алмаштырылды. Сығарылған 180 бәләкәй автобус Калининградтан алып Сахалинға тиклем Рәсәй төбәктәренә таратылды. Мин дә йөрөп ҡараным ул автобуста – уңайлы ла, күркәм дә, заманса ла. Мәктәп ихтыяждары өсөн файҙаланырға, биләмәләр араһындағы һәм ҡала эсендәге маршруттарға ебәрергә мөмкин. Быйыл тағы ла 200 автобус сығарыу, уны БДБ дәүләттәренә һәм яҡын сит илдәргә һатыу күҙаллана.
Бынан тыш, Нефтекама автозаводы ниге­ҙендә Көньяҡ Африкалағы “Bell” компа­ния­һы­ның үҙбушатҡыстарын етештереү ойош­то­роласаҡ. Был махсус техника файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу сәнәғәтендә һәм төҙөлөштә бик кәрәк. Рәсәйҙә, ғөмүмән, үҙбушатҡыс машиналарға ихтыяж бар, баҙарҙағы һорау йылына 200-300 машинаға тиң. Шуға күрә тиҙҙән ошо техниканың тәүге партияһы етештерелә башлаясаҡ.
– Саммиттарҙың көн тәртибендә бөгөнгө ябай булмаған иҡтисад мәсьәләләре лә күтәреләсәк. Башҡортостан Республикаһы тормошона көрсөк күренештәре ниндәй дәрәжәлә йоғонто яһаны?
– Аҡыл-зиһене теүәл һәр кеше кеүек, мин дә “көрсөк” тигән һүҙҙе үҙһенмәйем. Минеңсә, бындай күренештәр иң элек кешенең аңында тыуа, һуңыраҡ бөтөн эшмәкәрлек өлкәһенә тарала. Эйе, быйыл Рәсәй Федерацияһында финансҡа бәйле ҡыйынлыҡтар бар. Уларҙың тәбиғәте аңлашыла: санкциялар, сит ил валютаһы курсының үҫеүе, донъя иҡтиса­дының түбән тәгәрәүе. Әммә Башҡортостанда, мәҫәлән, сәнәғәт предприятиелары тотороҡло эшләй, йылды былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда өс процентлыҡ үҫеш менән башланыҡ. Еңел сәнәғәттә, күн аяҡ кейемдәре тармағында етештереү күләменең түбәнәйеүе күҙәтелә, ләкин унда ла үҙҙәренең “хроник сир”ҙәре, сәбәптәре бар. Был өлкәләр сит ил сеймалына ныҡлы бәйләнгән.
Әлбиттә, “көрсөк” һүҙе кемдәрҙелер һаҡ булырға – аҡсаны бушҡа сарыфламаҫҡа, сығымды кәметергә, резерв тупларға – мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә иҡтисадта финанс ағымдарының хәрәкәте әкренәйә. Элегерәк сит илдән килгән аҡса бар ине, был юл хәҙер ябылды. Көнбайыштан юлланған аҙ ғына кредит иҫәпкә алынмай, ә Көнсығыш менән финанс эше әлегә яйға һалынмаған. Шуға күрә үҙебеҙҙең ресурстарҙы файҙаланып, ил эсендә аҡса хәрәкәтен тиҙләтергә кәрәк.
Бөгөнгө шарттарҙа көрсөккә ҡаршы федераль кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарҙар төбәктәргә йылдам таратылырға тейеш. Ә беҙ, Рәсәй Федерацияһы субъекттары, уларға тиҙ арала яраҡлашып эш итергә бурыслыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итә алабыҙ. Бының өсөн тейешле вәкәләттәр генә кәрәк.
Тәү сиратта был мәғлүмәт алыуға ҡағыла. Мәҫәлән, ниндәйҙер предприятие һалым түләмәй башлаған. Төбәктә беҙ мәсьәләнең айышына төшөнөргә тейешбеҙ. Был предприятие, ысынлап та, ауыр финанс хәлгә тары­ғанмы, әллә хужаһы, юрый бөлгөнлөк тыуҙырып, аҡсаны алып сит илгә ҡасҡанмы? Шул уҡ ваҡытта уның проблемаларын беҙгә хәл итергә тура килә. Әлегә “һалым сере” тигән төшөнсә предприятиеларҙың ҡайҙа, күпме аҡса түләүен белергә ҡамасаулай. “Коммерция сере”нә таянған эшҡыуарҙар күпме продукция етештереүе, тауарҙы кемгә һәм ҡайҙа оҙатыуы хаҡында отчет бирергә тейеш түгел. Тейешле мәғлүмәт юҡ икән, иҡтисади процестарға идара итеү ҡыйынға төшә.
1998 һәм 2008 йылдарҙағы көрсөктәр күрһәтеүенсә, республикалағы диверсификациялы иҡтисад бындай осорҙа ла ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә бирергә һәләтле. Көрсөк йылдарында Башҡортостан етди иҡтисади етешһеҙ­лектәргә юл ҡуймаған төбәктәр иҫәбендә ҡалды. Әлбиттә, күп йәһәттән республика хужалығының махсуслашыуына бурыс­лыбыҙ: предприятиеларыбыҙ етештергән яғыулыҡҡа, химик реагенттарға, минераль ашлама кеүек тауарҙарға һәр саҡ ихтыяж бар.
Башҡортостандың машина эшләү предприятиелары дәүләт оборона заказына йүнәл­телгән. Бөгөн был юҫыҡ ярайһы уҡ яҡшы финанслана. Агрокомплексыбыҙ ҙур ҡеүәткә эйә. Башҡортостан – иң ҙур агросәнәғәт төбәге. Һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғыбыҙ. Үҙебеҙҙең позицияларҙы юғалтырға йыйын­майбыҙ. Ҡатмарлы осорҙа юғалып ҡалмая­саҡбыҙ, тип бөтөн яуаплылыҡ менән әйтә алам.
– Граждандарҙың социаль кәйефе – йәшәү сифатының мөһим күрһәткесе. Рәсәй иҡтисадының әлеге хәле халыҡтың кәйефендә нисек сағыла?
– Республика Башлығы вазифаһында эшләй башлағандың тәүге көнөнән үк үҙем өсөн бер нисә ҡанунды билдәләнем. Шуларҙың иң мөһиме – кешеләр өсөн эшләү. Был ­– матур һүҙ генә түгел, ә көндәлек эшмәкәрлектең асылы. Иҡтисад һәр дәүерҙә хәстәрлек объекты булды һәм буласаҡ. Ләкин социаль йүнәлешле, ғәҙел власть булдырыуҙы бөгөн иң әһәмиәтле бурыс тип иҫәпләйем.
Кешеләрҙең кәйефе күп йәһәттән төрлө кимәлдәге власть структураларының ябай гражданға мөнәсәбәтенә, мәнфәғәттәренең, ихтыяждарының һәм талаптарының ниндәй дәрәжәлә иҫәпкә алыныуына бәйле. Тулы аралашыу, үҙ-ара аңлашыу булырға тейеш. Бөтөн йәмғиәт әүҙем эшләһә, һөҙөмтә, шул иҫәптән иҡтисадта ла, буласаҡ.
– Бөгөн Башҡортостандың туристик инфраструктураһы ниндәй хәлдә, уға ихтыяж бармы?
– Совет осоронда уҡ Башҡортостанды икенсе Швейцария, “меңдәрсә йылға-күл төбәге” тип йөрөтәләр ине. Бөтөн Союз әһәмиәтендәге йәйәүле, һыбай маршруттар, йылға буйлап йөҙөп төшөүҙәр нәҡ республика биләмәһенән үтә торғайны. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә тайга һәм дала, тау йылғалары һәм шарлауыҡтар, ҡаялы тау һырттары һәм мәмерйәләр, ҙур күлдәр һәм һыу һаҡлағыстар булған Башҡортостан кеүек төбәктәр бик аҙ. Беҙҙә йылға буйлап ағып төшөргә, ялан мунсаһында йыуынырға, балыҡ тоторға, тәүтормош кешеһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре һаҡланған Шүлгәнташ мәмерйәһенә барырға була. Үҙенә генә хас тәбиғи энергетикалы Ирәмәл тауына артылырға мөмкин. Барлыҡ донъяла бындай урындар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Заманында походтарҙа бөтөн республиканы тиерлек йөрөп сыҡтым, һәм төбәгебеҙ ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә, тип әйтә алам. Мәсьәлә йыш ҡына туристик инфраструктура объекттарының етмәүенә ҡайтып ҡала. Әммә был проблеманы беҙ әүҙем хәл итәбеҙ. Башҡортостандың ҡала, райондарында туризмға ҡағылышлы 14 миллиард һумлыҡ 44 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Ҡыш республика ҡунаҡтарын тау саңғыһы курорттары йәлеп итә. Улар беҙҙә байтаҡ. Мәҫәлән, танылыу яулаған Абҙаҡ, Морат һәм башҡа курорттар. Хатта Өфөлә лә ҡулай тау һырттары бар. Быны ҙур стажға эйә булған тау саңғысыһы булараҡ әйтәм. Трассаларыбыҙҙың барыһында ла булдым, әлбиттә. Күп кенә спортсылар күнекмәләр өсөн йыш ҡына Башҡортостанды һайлай. Был – ҡыуаныслы хәл. Шифахана-курорт йүнәлеше лә үҫә. Красноусол шишмәләренең, “Асы” шифаханаһы һыуының шифалы үҙенсәлектәре хаҡында Рәсәйҙә һәм донъяла күптәр хәбәрҙар. “Яҡтыкүл” бальнеология курорты, “Янғантау” шифаханаһының термаль шишмәләре, Йома­тауҙағы ҡымыҙ шифаханаһы күптәрҙе ылыҡтыра. Әйткәндәй, Лев Толстойҙың кәңәшен тотоп Башҡортостанға килгән Антон Чехов та үҙ ваҡытында ҡымыҙ менән дауаланған.
Һуңғы ваҡытта урындағы туроператорҙар әүҙемләште һәм ҡыҙыҡлы маршруттар тәҡдим итә башланы. Ундайҙарға, мәҫәлән, “Урал батырҙың алтын билбауы” йәки “Салауат Юлаев эҙенән” кеүек маршруттар инә. Тиҙҙән Өфө Рәсәйҙәге Ленин эҙҙәре һәм Совет илендәге иҫтәлекле урындар буйынса “Ҡыҙыл маршрут”ҡа ҡушылырға тейеш. Ул ҙур популярлыҡ яулаған, айырыуса Ҡытайҙан килгән ҡунаҡтарҙа. Был эш менән тағы ла әүҙемерәк шөғөлләнергә кәрәк.
– Башҡортостан – күп милләтле республика. Шул уҡ ваҡытта бында илдәге һәм донъялағы башҡа төбәктәр көнләшерлек татыулыҡ һаҡлап ҡалына, теләктәшлектең һәм үҙ-ара эш итеүҙең махсус мәҙәниәте барлыҡҡа килгән. Быға нисек өлгәшелә?
– Кешеләрҙең аҡыл ҡеүәһе менән. Был мәсьәләләрҙе йәмғиәт үҙе көйләй. Күп милләтлелек – байлыҡ ул. Икенсе яҡтан, ҡайһы бер сикләүҙәрҙе лә билдәләй. Кеше уйламай әйтелгән һүҙҙең, һаҡһыҙ ҡараштың ҡатмарлы, ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтималлығын аңлай. Үҙ-ара бәйләнештең бындай мәҙәниәте тиҫтә түгел, ә йөҙ йыл­лыҡтар дауамында барлыҡҡа килгән. Уның ярҙамында тыныслыҡ һәм татыулыҡ һаҡлана. Власть структураларының ғына тырышлығы етмәй был йәһәттән. Власть менән хоҡуҡ һаҡлау органдарының эше – ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы тороу, экстремизм күренеш­тәренә юл ҡуймау, этник-ара дошманлыҡ ҡотҡоһо таратҡандарҙан халыҡты яҡлау. Башҡа мәсьәләләрҙе иһә йәмғиәт үҙе лә хәл итә.
Этник күп төрлөлөккә эйә булған Башҡортостан үҙ халҡының толерантлығы, татыулығы менән һәр саҡ айырылып торҙо. Беҙҙә ҡатнаш никахтар бик күп. Ниндәй генә ғаиләне алма, этностар ҡушылған. Республикала йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Шуға күрә төп бурыстарыбыҙҙың береһе – кешеләр араһындағы дуҫлыҡты һәм үҙ-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалыу. Тотороҡлолоҡтоң һәм артабанғы үҫештең нигеҙе – тап ошо.


Вернуться назад