Бәләгә әйләнгән бурыс30.06.2015
Грецияның Европа cоюзынан сығыуы ихтималлығы, Әрмәнстан урамдарында сыуалыштар башланыуы, билдәле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре Евгений Примаковтың вафат булыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.
Мәсьәләне референдум хәл итә
Уҙған аҙнала Брюсселдә Евросоюз илдәре етәксе­ләренең саммиты үтте, унда төп мәсьәләләрҙең береһе булараҡ Грециялағы иҡтисади хәл тикшерелде. Нисәмә йыл инде иҡтисади көрсөктән сыға алмаған был илдең йәш премьер-министры Алексис Ципрас үҙенең һайлау алдынан билдәләгән бурысын үтәмәксе. Атап әйткәндә, ул социаль түләүҙәрҙе ҡыҫҡартмаҫҡа вәғәҙә биргәйне. Ә быға тиклем Грецияны льготалы кредит менән финанслап килгән Халыҡ-ара валюта фонды һәм Европа союзы ил бюджетын кәметеүҙе талап итә. Бөгөн, йәғни 30 июндә, Афиналағы рәсми власть Халыҡ-ара валюта фондына булған бурысты өлөшләтә ҡаплау өсөн 1,6 миллиард евро түләргә тейеш. Греция быға тиклем 17,3 миллиард евроны ҡайтарҙы ла инде. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 20,3 миллиард евро түләргә тейеш. Ә әлегә ил ҡаҙнаһы буш.
Европаның финанс тотороҡлолоҡ фонды – 8,7, Европа Үҙәк банкы – 3,3, Халыҡ-ара валюта фонды 3,5 миллиард евро бүлергә вәғәҙәләй. Был аҡсаны алыр өсөн Греция бюджет сығымдарын ҡыҫҡартырға, һалым ставкаларын күтәрергә тейеш. Етмәһә, ағымдағы түләүҙәр ҡыҫып килә. Алексис Ципрас бурысты бер нисә көнгә булһа ла кисектереп тороуҙы һорай.
Ваҡытында түләй алмаһалар, Грецияла дефолт булыуы ихтимал. Был инде Евросоюздың үҙенә лә уңай түгел, сөнки үҙенең халыҡ-ара кимәлдәге абруйы төшә бит. Ошондай шарттарҙа Германия канцлеры Ангела Меркель Алексис Ципрасты ҡыҫҡартыуҙарға барырға күндерергә тырыша. Йәш лидер Рәсәйҙән дә финанс ярҙамы һорап ҡарамаҡсы ине, эше килеп сыҡманы булһа кәрәк.
Билдәле булыуынса, Ципрас илебеҙгә эш сәфәре менән быйыл апрелдә килеп ҡайтҡайны. Уның беҙҙең менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдырырға ынтылышын, әлбиттә, Европа союзы етәкселеге өнәп еткермәне. Әле килеп Алексис Ципрас уларҙың талаптарына теше-тырнағы менән ҡаршылыҡ күрһәтә, Европа союзы етәкселегенең Грецияға ҡарата талаптарын үтәлгеһеҙ тип иҫәпләй һәм әлеге сетерекле мәсьәлә буйынса халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырға булды. 5 июлдә, шулай итеп, Грецияла референдум уҙырға тейеш.


Вернуться назад