Сәләмәт тормошҡа юлдар асыла18.02.2012
Бөрө ҡалаһындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асҡандан һуң, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡала спортсылары менән осрашып аралашты. Һөйләшеү Бөрөлә генә түгел, тотош республикала спортты үҫтереүгә арналды.
Республикала спорт объекттарын төҙөү буйынса программа эшләнгән һәм ул тормошҡа ашырылып килә. Быйыл ғына республикала унлап физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыласаҡ. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, 2013 – 2014 йылдарҙа һәр район үҙәгендә һәм ҡалала спорт комплексы буласаҡ.
Әле Башҡортостан Рәсәй һәм донъя кимәлендәге спорт ярыштары үткәреүгә әҙерләнә. Быйыл йәйге биатлон һәм йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаттары буласаҡ. Президент уларға әҙерлек барышы тураһында һөйләне.
— Яңы спорт объекттары төҙөйбөҙ, булғандарын ремонтлайбыҙ. “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында һәм иҫкергән Спорт һарайында ремонт эштәре бара, — тине Рөстәм Хәмитов. — Өфө өсөн тағы ла бер ҡыйыҡлы каток эшләргә йыйынабыҙ, ул “Төҙөүсе” стадионында буласаҡ. Был эштәрҙә “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙам итер тип күҙаллайбыҙ.
Быйыл баш ҡалала паралимпия үҙәген төҙөү буйынса ла эштәр башланасаҡ. Объекттың хаҡы — ике миллиард һумдан ашыу. Ул республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә эре спорт ҡоролмаһы буласаҡ.
Президент республикала спортты үҫтереүҙең башҡа юлдары тураһында ла һөйләне. Өфөлә генә түгел, райондарҙа ла яңы объекттар төҙөләсәк һәм булғандары ремонтланасаҡ. Улар араһында Белорет районындағы һәм Стәрлетамаҡтағы тау саңғыһы мәктәбен заманса комплекстарға әүерелдереү, Салауат ҡалаһында 50 метр оҙонлоҡтағы бассейн төҙөү бурысы тора. Республикала футболды үҫтереү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Бының өсөн “Нефтсе” стадионына реконструкция талап ителә.
— Был объекттар профессионал спортсылар өсөн генә түгел, ә һәр теләүсе шөғөлләнһен өсөн эшләнә. Балалар үҙ урамында хоккей уйнай алһа, саңғыла йүгерһә, еңел атлетика менән шөғөлләнһә, көрәшһә — ҡайһылай яҡшы булыр ине, — тине Рөстәм Зәки улы.
Спортсыларға мөрәжәғәт итеп, уларҙың киләсәккә пландары, борсоған проблемалары тураһында ла һорашты Президент. Бөрөләр гер спорты, бейеклеккә һикереүселәре һәм уҡтан атыусылары менән дан тота. Ошо йүнәлештә шөғөлләнеүсе спортсылар араһында гер күтәреү буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Илшат Әхмәтханов, уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ольга Кавырдина, каратэ буйынса өсөнсө данға эйә булған Андрей Гурьев һәм башҡалар бар. Спортсылар Президенттан спорт ҡорамалдары алып бирешеүҙә ярҙам һораны. Шулай уҡ ҡалала яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы һәм ҡыйыҡлы каток төҙөү ҙә өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был йәһәттән дә ярҙам булырына ышана бөрөләр.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад