24 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мораҡ ауылына эш сәфәре барышында Күгәрсен һәм уға күрше райондарҙың халҡын ҡабул итте. Сара һөҙөмтәләре буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелде, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Ауыл биләмәһе депутаты Мораҡ – Побоище автомобиль юлының насарлығына зарланды. Депутат әйтеүенсә, юл Мораҙым тарлауығына илтә, йәй машиналар күп йөрөү арҡаһында район үҙәгенең “Көньяҡ” биҫтәһе туҙан эсендә ҡала. Рөстәм Хәмитов Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусинға мәсьәләне 2012 йылда хәл итергә ҡушты.
“Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы хеҙмәткәре Башҡортостан Президентына Мораҡ ауылындағы йылылыҡ селтәрен һәм биологик таҙартыу ҡоролмаларын төҙөкләндереүҙе, “Йәштәр” биҫтәһенә канализация селтәре үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Республика етәксеһе Хөкүмәткә ике йыл эсендә объекттар төҙөүҙе һәм төҙөкләндереүҙе финанслау мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Пенсионер ҡатын Мәләүез районының Ергән ауылы халҡы исеменән һыу селтәре үткәреүҙә республика башлығынан ярҙам һораны. Ул урамдарҙы яҡтыртыу, Ергәндәге трасса буйын йәшелләндереү мәсьәләһен хәл итеүҙе үтенде.
Мәләүез ҡалаһының 9-сы башҡорт гимназияһы хеҙмәткәре Вокзал урамындағы йорттарҙың береһендә төҙөкләндереү эштәрен тамамлауҙы үтенә.
Көйөргәҙе районынан эшҡыуар Яңауыл, Горный Ключ, Яманһары, Яманғол ауылдарында ҡасаба-ара газ үткәргесе килеп етеүе, тейешле ҡорамалдар ҡуйылыуы хаҡында хәбәр итте. Халыҡтың күбеһе утын яғылған мейестәрен һүтеп ташлаған. Әммә йорттарға газ индереү мәсьәләһе әлегә тиклем кисектерелә килә.
Ошо уҡ район агрономы республика башлығынан Яңауыл һәм Абдул ауылдарын тоташтырған юлға асфальт түшәүҙә һәм Көйөргәҙе йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеүҙе үтенде. Бөтөн мөрәжәғәттәр буйынса ла Президент тейешле саралар күрергә ҡушты.
***Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мораҡ ауылында Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка, Хәйбулла, Учалы райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты.
— Кисә Ағиҙелдә һәм Нефтекамала булдым. Ҙур залда йөҙҙәрсә кеше йыйылды, һорауҙар бик күп булды. Тап ошондай юҫыҡта шул рәүешле һөйләшеүебеҙ бик дөрөҫ. Телефон, телевизор йәки Интернет аша аралашыуға ҡарағанда, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү яҡшыраҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент ябай халыҡтың тормошонда ауыл биләмәһенең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын тағы ла бер тапҡыр әйтеп үтте.
— Һеҙ — властың нигеҙе, республикала, илдә эшләгән бөтә власть структураларының таянысы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Нигеҙ ныҡлы, йылдар дауамында яһалған ҙур баҫымды күтәрерлек булырға тейеш. Әлбиттә, бының өсөн ресурстар, аҡса, вәкәләттәр кәрәк. Ә был йәһәттән беҙҙә хәл шәптән түгел.
“Бөгөн вәкәләттәрҙең байтаҡ өлөшөн Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә тапшырыу буйынса федераль структуралар, үҙәк власть менән ҙур эш алып барыла”, — тип билдәләне Президент. Уның фекеренсә, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, тиҫтә йыл элек Рәсәйҙә власть барлыҡ күрһәткестәр буйынса саманан тыш артыҡ үҙәкләштерелгән”.
Республика башлығы ауыл биләмәләрен аҡса менән тәьмин итеү йәһәтенән күрелгән саралар хаҡында һөйләне. “Киләһе йыл бюджеттан квартал һайын ярҙам күрһәтеү ҡараласаҡ, — тине Президент. — Ауыл Советтарына бындай ярҙам әлегә тиклем булмағайны”.
А. ХӘЛИЛОВ.