“Аралашыуға әҙербеҙ”27.06.2015
“Аралашыуға әҙербеҙ” 2009 йылда ШОС илдәре етәкселәре Екатеринбург ҡалаһында осраша. Тап ошо ултырышта Шри-Ланка һәм Беларусь Республикаһына хеҙмәттәшлек буйынса партнер статусы биреү тураһында ҡарар ҡабул итәләр. Бер йылдан ШОС менән Беларусь Республикаһы араһында был статусты нығытҡан Меморандумға ҡул ҡуйыла. Сәйәси күҙәтеүселәр фекеренсә, белорустарҙың Өфөлә үткән саммиттарҙа ҡатнашыуы республикаға иҡтисади файҙа килтерәсәк. Александр Лукашенко – көслө президент, ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселәренең күбеһе менән һәйбәт мөнәсәбәт булдырған. Бөгөн Рәсәйҙең Өфө ҡалаһындағы Беларусь Республикаһы илселеге бүлексәһе етәксеһе Денис Тимохин менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

— Денис Игоревич, бүлексә Өфө ҡалаһында урынлашһа ла, һеҙҙең ҡарамаҡтағы майҙан ҙур...
— Эйе, беҙгә Башҡортостан һәм Удмурт Республикалары, Пермь крайы, Ырымбур һәм Һамар өлкәләре ҡарай. Беҙ хәл иткән мәсьәләләр даирәһе киң: ошо төбәктәрҙәге эшҡыуарҙарҙы беҙҙе­келәр менән таныштырыу, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, ватандаш­тарыбыҙ өсөн консуллыҡ функцияларын үтәү, мәҙәни саралар үткәреү...
— Башҡортостанда белорус хал­ҡының мәҙәниәтен, телен, рухи мира­ҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән эште нисек баһалайһығыҙ?
— Әлбиттә, ыңғай баһалайым. Белорус диаспораһына ғына түгел, республикала йәшәгән башҡа милләттәргә лә үҫешеү, телде, милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу өсөн бөтөн шарттар бул­дырыл­ған. Әлеге мәлдә илселектең мин етәк­ләгән бүлексәһенә яҡынса биш меңгә яҡын белорус ҡарай. Бары Баш­ҡор­т­остандың Иглин районында ғына улар бер тирәлә урынлашҡан. Шуға ла бында телде һаҡлап ҡалыу өсөн мәктәптә белорус теле уҡытыла, китапхана эшләй, матур музей булдырылған. Беларусь Республикаһы иһә ситтә йәшәгән үҙ халҡына был йәһәттән ярҙам күрһәтеп тора. Уҡыу әсбаптарын, китаптарҙы даими ебәрә. Билдәле булыуынса, Балтика ауылындағы музей янғындан зыян күргәйне. Әле унда төҙөк­ләндереү эштәре тамамланып килә. Музейға ватаны­быҙҙан килтерел­гән экспонат­тарҙы тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, Иглин менән Брест райондары араһында дуҫлыҡ күпере күптән һалынған. Улар аралашып йәшәй. Былтыр Иглин делегацияһы Брестҡа барып ҡайтты.
— Башҡортостан белорустары әүҙем эшләй. Даими рәүештә төрлө саралар үткәрәләр. Башҡа төбәктәрҙә лә эш шулай дәррәү барамы?
— Эйе, был йәһәттән маҡтанырға ла була. Ырымбурҙа милли ауылда, Ижевск ҡалаһында Халыҡтар дуҫлығы йортонда бик матур эш алып барыла. Шулай ҙа Башҡортостанда, үрҙә әйтеп үткәнемсә, белорустар айырыуса уңайлы мөхиттә йәшәй. Диаспора бер ергә тупланған. Был төрлө саралар үткәреү өсөн уңайлы. Башҡа өлкәләрҙә иһә халыҡ тырым-тыраҡай урынлашҡан.
— Иҡтисади бәйләнештәрҙе нығы­тыу тураһында һүҙ булғайны. Ошо хаҡта бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында иҡтисади бәйләнеш күптән булдырылған. Уларҙы нығытыу, киңәйтеү өҫтөндә эш алып барыла. Ике республикаға ла эшлекле сәфәрҙәр булып тора. Күптән түгел Өфөлә ШОС ағзалары илдәре транспорт министрҙарының VII ултырышы үтте. Унда беҙҙән транспорт һәм коммуникациялар министры Анатолий Сивак ҡатнашты. “Ҙур химия” форумында ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң рәйестәше Игорь Ляшенко ҡатнашты.
— Иҡтисади мәсьәләләр телгә алынғас, шул ҡыҙыҡһындыра: яҡтар бер-береһенә ниндәй тауарҙар ебәрә икән?
— Беларусь Республикаһынан тәү сиратта трактор, комбайн, ауыл хужалығы техникаһы, һыуытҡыс, мебель, туҡыма, аҙыҡ-түлек килтерелә. Башҡортостандан нефть химияһы тауарҙары оҙатыла. Һуңғы дүрт айҙа тауар әйләнеше 120 миллион доллар тәшкил иткән. Был сумманың 20 миллион доллары – беҙҙең илгә, 100 миллионы Башҡортостанға тура килә. Һуңғы ваҡытта тауар әй­лә­неше күләме бер аҙ кәмене. Был донъялағы иҡтисади хәлгә бәйле, бынан тыш, һумдың осһоҙланыуы ла үҙ өлөшөн индерҙе. Шулай ҙа яҡын киләсәктә хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип ышанабыҙ.
— Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Снять квартиру в Екатеринбурге на длительный срок.


Вернуться назад