Дуҫ-иш менән, ҡәрҙәш-ырыу менән...27.06.2015
Дуҫ-иш менән, ҡәрҙәш-ырыу менән... Башҡортостан – Беларусь: эшлекле бәйләнештәр
Беларусь Республикаһы менән Башҡортостанды күптән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Совет осоронан ҡалған был мираҫ йылдар үтеү менән нығына ғына бара. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2012 йылдың июнендә рәсми делегация менән был илгә барып ҡайтты. Ошо эш сәфәре барышында байтаҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Уларҙы барлап сығайыҡ.


Дуҫ-иш менән, ҡәрҙәш-ырыу менән...Беларусь Республикаһы Президенты резиден­ция­һында Рөстәм Хәмитов Александр Лукашенко менән осрашты.
Ике республика араһында машиналар эшләү, нефть химияһы һәм башҡа тармаҡтарҙа, шулай уҡ гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.
Осрашыуҙа Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостандың рәсми делегацияһы вәкилдәре ҡатнашты.

***
Башҡортостан делегацияһының ике көнлөк эш визиты барышында Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәтендә, Министрҙар Советында осрашыуҙар, сәнәғәт предприятиеларына танышыу сәфәре, илдең эшлекле даирә вәкилдәре менән һөйләшеү булды.
Федераль кимәлдә төҙөлгән дәүләт-ара һәм хөкүмәт-ара Договорҙар һәм Килешеүҙәр, шулай уҡ 1999 йылда Беларусь Республикаһы Президентының Баш­ҡорт­останға рәсми сәфәре барышында ҡул ҡуйылған “Беларусь Хөкүмәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү” үҙ-ара хеҙмәттәшлектең хоҡуҡи нигеҙе булып тора.
Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь Рес­публикаһы менән Башҡортостан Республикаһы ара­һындағы тауар әйләнеше 1 миллиард 300 миллион АҠШ долларын тәшкил иткән, шуларҙың 152 миллионы белорус экспортына тура килә. Беларусь башлыса көнкүреш техникаһы һәм ауыл хужалығы машиналары менән тәьмин итә. Башҡортостан унда нефть продукттарын, каучук, машина эшләү ҡорамалдарын оҙата.

***
Дуҫ-иш менән, ҡәрҙәш-ырыу менән...2011 йылдың октябрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов БДБ илдәре журналистары менән осрашты, улар республикаға танышыу сәфәре менән килгәйне. Делегация составында Азербайжан, Беларусь, Молдова һәм Украинаның дәүләт мәғлүмәт агентлыҡтары вәкилдәре булды. Был журналистарҙың Башҡортостанға тәүгә аяҡ баҫыуы ине.
— Күргәндәрегеҙҙең барыһы ла һеҙгә оҡшағандыр, тип ышанам. Бындай осрашыуҙарға беҙ гел шатбыҙ, һәр ваҡыт асыҡбыҙ һәм төрлө темалар хаҡында һөйләшергә әҙербеҙ. Тәүҙә Башҡортостандың БДБ илдәре менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе күптән көйләүен билдәләп үтәйем. Һуңғы йылда ғына ла Беларусь Республикаһы, Украина һәм Азербайжандың төрлө кимәлдәге дипломатик вәкилдәре менән бер нисә тапҡыр осраштыҡ. Был мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү беҙҙең өсөн бик мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашыуҙа.
— Иң тығыҙ бәйләнештәр Беларусь Республикаһы менән булдырылған. Был айырыуса ауыл хужалығы техникаһына, машиналар, ҡорамалдар етештереүгә ҡағыла, — тине Рөстәм Зәки улы. – Уңыштар илселек вәкиленең республикабыҙҙа йәшәүенә һәм эшләүенә бәйле. Хөкүмәтебеҙ вице-премьеры етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһына барып ҡайтты һәм үҙ-ара килешеп эш итеү, яңы бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеген барланы. Белорус дуҫтарға беҙгә тауар ебәреү генә түгел, ә республика биләмәһендә эшләргә лә тәҡдим итәбеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.



Вернуться назад