Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда “Хёндэ Мотор БДБ” компанияһының генераль директоры Ку Йон Ги менән осрашты. Улар Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарында ҡатнашыусыларҙы транспорт менән тәьмин итеү мәсьәләләрен, шулай уҡ компанияның республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәрен тикшерҙе. — ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыуҙа ярҙамлашырға теләк белдергән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Өфөгә килгән рәсми делегацияларҙы автомобилдәрегеҙ хеҙмәтләндерәсәк. Транспортты һынап ҡараныҡ — тәьҫорат яҡшы, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика Корея компанияһы менән күләмле хеҙмәттәшлеккә әҙер. “Хёндэ Мотор БДБ” компанияһының генераль директоры Ку Йон Ги республика Башлығына һәм ШОС, БРИКС саммиттарына әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетына теләктәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Сараға 232 машина бүлә алыуыбыҙға шатбыҙ. Уларҙың сифатына ҙур иғтибар бирелә. Саммиттар юғары кимәлдә үтер, ә автомобилдәребеҙ ошо эшкә тос өлөш индерер тип ышанабыҙ, — тине ул.
Ку Йон Ги белдереүенсә, сараларҙа “Equus”, “Genesis”, “i40” һәм “H1” кеүек автомобилдәр тәҡдим ителәсәк. Әйткәндәй, “i40” моделе 16 июндә генә сығарыла башлаған.
— Автомобилдәрҙең өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү өсөн беҙҙең штаб-фатир Өфөгә махсус хеҙмәткәрҙәр командаһын ебәрҙе. Дилерҙарыбыҙ менән бергә улар техниканың торошон тәүлек әйләнәһенә күҙәтәсәк, техник ярҙам күрһәтәсәк. Автомобилдәрҙең барыһы ла төҙөк. Тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыҡ. Техниканың сифатын раҫлайбыҙ, һынатмаҫтар тип ышанабыҙ,— тине компания етәксеһе.
Саммиттар осоронда бөтөн автотранспорттың эшен “Башавтотранс” предприятиеһы көйләйәсәк.