НАТО йәнә теш ҡайрай23.06.2015
Европа илдәрендә – НАТО-ның хәрби күнекмәләре, Рәсәйҙә быға яуап итеп “Армия-2015” хәрби-техник йыйыны үтте, Улан-Удэ ҡалаһында хәүефһеҙлек мәсьәләһенә арналған кәңәшмәгә әҙерлек бара. Ошо һәм башҡа ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.
Был аҙнала Улан-Удэ ҡалаһында хәүефһеҙлек мәсьәләһенә арналған халыҡ-ара кәңәшмә булырға тейеш. Унда алтмышлаған илдән, шулай уҡ БМО-нан чиновниктар ҡатнашыуы көтөлә. Бындай осрашыу элегерәк Екатеринбург, Сочи, Санкт-Петербург, Владивосток ҡалаларында, былтыр Ҡазанда уҙғайны.
Бөгөн хәүефһеҙлек мәсьәләһе, ысынлап та, алғы планға сыға. Ни өсөн тигәндә, мәҫәлән, АҠШ менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәт киҫкенләшә бара. Уҙған аҙнала Владимир Путиндың, “Армия-2015” хәрби-техник йыйынында сығыш яһап: “Булған ядро ҡоралына өҫтәп, быйыл илдең Ҡораллы Көстәре 40-лап континент-ара яңы ракета менән тулыланасаҡ”, – тип әйтеүе Брюссель менән Вашингтондың етәкселәренә бер ҙә оҡшаманы булһа кәрәк. Пентагон башлығы Эштон Картер: “Владимир Путиндың президентлыҡ мөҙҙәте тамамланған осраҡта ла, Рәсәй менән мөнәсәбәт яйға һалынмаҫ кеүек. Ныҡлы низағҡа индек, бының шауҡымы сирек быуатҡа тиклем һуҙылыуы ихтимал”, – тип белдерҙе.
Эйе, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәй бөлгөнлөккә төшкәндән һуң, АҠШ илебеҙҙе киләсәктә сеймал базаһы сифатында ғына файҙаланырға өмөт иткәйне. Власҡа ҡаты ҡуллы, аҡыллы сәйәсмән Владимир Путин килгәндән һуң, пландары селпәрәмә килде. Рәсәй иҡтисади яҡтан көсәйә, оборона ҡеүәте нығый башлағайны, уға ябырылдылар. Дөрөҫ, АҠШ менән дуҫлыҡ электән булманы. Уҙған быуаттың 60 – 80-се йылдарын ғына алайыҡ. Ошо осор тарихҡа “һалҡын һуғыш” мәле булараҡ инеп ҡалған. 1979 йылда Рәсәй Афғанстанға ғәскәр индергәндән һуң, АҠШ-тың агрессияһы айырыуса көсәйгәйне. “Талибан” хәрәкәтен финанслап, уларҙы илебеҙгә ҡаршы “һөсләй” башланылар. Һуңыраҡ иһә ошо уҡ “Талибан” башланғысында “Әл-Ҡаһиҙә” үҫеп сыҡты һәм халыҡ-ара террор ойошторған ҡурҡыныс ойошмаға әүерелде.
2000 йылдың башында Ираҡта ла ошоға оҡшаш хәл ҡабатланды. Саддам Хөсәйен йәшертен рәүештә атом ҡоралы етештерә икән тигән һылтау менән АҠШ был илгә ҡаршы һуғыш асты һәм диктаторҙы юҡ итте. Баҡһаң, Ираҡта бер ниндәй ҙә ядро ҡоралы етештермәгәндәр. Ә бар халыҡты бергә туплап, ныҡлы контролдә тотҡан Саддам Хөсәйен булмағас, илдә тәртипһеҙлек башланды. АҠШ тарафынан ҡоралландырылған боевиктар, көсәйеп алып, тирә-йүнгә хәүеф таратырға тотондо. “Ислам дәүләте” ойошторолоп, Ираҡ менән Сүриәнең байтаҡ биләмәһен баҫып алды. Ойошма, бының менән генә туҡтап ҡалмайынса, Яҡын Көнсығыш һәм Урта Азия илдәренә лә уҡтала. Был эштәрҙең барыһына ла АҠШ нигеҙ һалды. Ливияла ла шундай уҡ хәл булды. Һәүетемсә йәшәп ятҡан илдең етәксеһе Муаммар Каддафиҙы алып ташлап, үҙ халҡынан үлтертеп, тәртипһеҙлек булдырыуға өлгәштеләр. Украинала “майҙан” ойоштороп, законлы һайлап ҡуйылған Виктор Януковичты властан ситләтеп, урынына үҙҙәренә ҡулай кешеләргә килергә ярҙам иттеләр. Әйткәндәй, әле Украинала Януковичтың президент­лығы буйынса ҡыҙыу бәхәс бара. Юғары Рада депутаттары уны был статустан мәхрүм итеү тураһында закон ҡабул итте. Петр Порошенко әлеге документты, илдең төп ҡануны талаптарына тап килмәй тип, Конституция судына биргән. Үҙен законды һанға һуҡҡан етәксе итеп күрһәтергә теләй булһа кәрәк.
Афғанстан, Ираҡ, Ливия, Сүриә һәм Украиналағы һуғыштар өсөн АҠШ илебеҙҙе ғәйепләй. Әле һуңғыһын төп әләм итеп күтәреп, Рәсәй беҙгә хәүеф менән янай тип, ҡоралланыуға төп иғтибар йүнәлтмәксе. Ошо аҙнала Пентагон етәксеһе Эштон Картерҙың Европа илдәренә – Германия, Австрия һәм Эстонияға – эш сәфәре менән килеүе көтөлә. Ул Европала ПРО системаһын урынлаштырыу, НАТО көстәре менән берлектә хәрби күнекмәләр уҙғарыу мәсьәләһен тикшерәсәк.
Ошондай шарттарҙа Улан-Удэ ҡалаһындағы осрашыуға ҙур өмөт бағлана. Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев билдәләүенсә, бөгөн илебеҙгә НАТО көстәре генә янап ҡалмай, төп хәүеф – халыҡ-ара террор. Уға айырым илдәр генә ҡаршы тора алырлыҡ түгел, берләшеү талап ителә. Шул уҡ ваҡытта АҠШ-тың Сүриәлә Бәшәр Әсәд режимына ҡаршы көрәшкән боевиктарҙы финанслауы үҙе үк халыҡ-ара террорға булышлыҡ итеүҙе аңлата. Шуға ла был тәңгәлдә осона сыға алмаҫлыҡ ҡулса барлыҡҡа килә. АҠШ-тың шәхси мәнфәғәтенән генә сығып эш итеү бәләһе был. Улар өсөн үҙҙәренә ҡаршы эш иткәндәрҙең барыһы ла – боевик. Ана бит, шәхси азатлығы хаҡына көрәшкән Донбасс менән Луганск халҡын да ғәйепләйҙәр.
Шуға ла Рәсәйгә оборона ҡеүәтен нығытырға ҡала, башҡа юл юҡ. Унан килеп, НАТО көстәре илебеҙҙең сигендә генә тиерлек хәрби күнекмәләр уҙғара. Был сараға илебеҙҙең иҡтисади союздашы булған Төркиәне лә ылыҡтыралар. Рәсәйҙе һәр яҡтан ҡыҫымға алып, ҡулсала ҡалдырырға ниәтләйҙәр.
Ирандың уран байытыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителергә тора. Был дәүләткә ҡарата иғлан ителгән санкциялар бөтөрөлһә, Европаға газ һәм нефть һатыу йәһәтенән Рәсәйҙең конкуренттары артасаҡ тигән һүҙ. АҠШ һәм Европа быны яҡшы аңлай һәм Иранға тиҙ арала “йәшел юл” асырға йыйына.









Вернуться назад